Бөтә яңылыҡтар

“Саҡыралар икән, барырға!”

Быраулаусы булып эшләп йөрөүсе Үрген ауылы егете Шәйнур вахтанан ҡайтҡанда мобилизацияға эләгә. Ҡайһы бер егеттәр һуғышҡа кеше йыясаҡтарын белеп, көйәләнеп йөрөгәндә, ул аптырамай ҙа, ҡурҡмай ҙа: саҡыралар икән, барырға кәрәк. Шуға повестка алыуын тыныс ҡабул итә.

“Саҡыралар икән, барырға!”
“Саҡыралар икән, барырға!”

“Ике аҙнаға уҡырға бараһығыҙ”. Ошо көндән һуң инде ике йылдан күберәк ваҡыт үткән. Шайнур был осорҙа хәрби тәжрибә туплап ҡына ҡалмаған, ә тормошон да үҙгәрткән. Тәүге ялында мобилизацияланғанда оҙатып ҡалған һөйгәне Эльвираға өйләнә. Ҡыҙҙары донъяға килә. Бөгөн Лианаға йәш тә өс ай.

– Повестка килгәс нисек ҡурҡыуымды белһәгеҙ... Ул көн әле лә хәтерҙә. Инде өсөнсө йыл яҡшы хәбәрҙәр көтөп, донъялар тынысланырына өмөт менән йәшәйбеҙ. Иптәшемдең айлап бәйләнешкә сыҡмаған ваҡыттары булды. Ауыр ваҡыттарҙа терәк-таяныс булған яҡындарыма – әнейемә, ҡайны-ҡәйнәмә, апайым, еҙнәйем, һылыуҙарым, бикәсем, ҡәйнештәремә рәхмәт. Әнейем беҙҙең менән бергә йәшәй: уның кәңәштәре миңә бик ярҙам итә. Шулай уҡ ҡыҙымды ҡараша, өй эштәрендә лә ярҙам итә, – ти яугирҙең кәләше Эльвира.

– Взводыбыҙҙа Башҡортостандан мин бер үҙем. Шуға мине тәүге көндәрҙән үк “Башкир” тип йөрөттөләр. Позывной уйларға тура килмәне, – ти яугир.

Күптән түгел “Башҡорт” аяғы яраланып, ике ай госпиталдә ятҡан. Унан яҡындары янына ҡайтып, көс алып, тулыһынса йүнәлеп, ҡабаттан ил һағына йүнәлгән. Өйҙә стеналар ҙа дауалай шул.

Эльвира Шайнурҙың яуҙаштарының ҡатындары менән даими бәйләнештә. Дөйөм чатта улар бер-береһенә тел ярҙамы күрһәтә, посылка йыйғанда ла бергә, кәңәшләшеп эшләйҙәр. Һалдат ҡатындары тиҙерәк Еңеү ҡояшы балҡыуын көтә. Бәләкәй Лианаға һәм уның һымаҡ бик күп балаларға атайҙарын имен-аман ҡаршы алып, тулы ғаиләләрҙә үҫергә яҙһын.

Айнә Иманғолова.

Фото шәхси архивтан.

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас