Бөтә яңылыҡтар
10

“Улдарым аталары кеүек ысын ир-егет буласаҡ!”

“Балаларға әйт, мин уларҙы бик ныҡ яратам!” – ти Фәнил кәләшенә аҙаҡҡы шылтыратҡанында, оҙаҡ та һөйләшә алмайҙар. Һуңынан асыҡланыуынса, был уларҙың һуңғы һөйләшеүе булған. Артабан – күп көндәргә, айҙарға һуҙылған билдәһеҙлек...

“Улдарым аталары кеүек ысын ир-егет буласаҡ!”
“Улдарым аталары кеүек ысын ир-егет буласаҡ!”

– Фәнил юғалғас, ғаиләбеҙ өсөн ысын тамуҡ башланды. Уны эҙләп ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнем, яҙманым – ҡул ҡаушырып ултырған көнөм булманы. Сентябрь аҙағында, юғалғанына дүрт ай булып килгәндә табылды... Тере булыуына ышанысыбыҙ, өмөтөбөҙ селпәрәмә килде, – тип һыҡтай яугирҙең кәләше Алеся Ғәббәсова.

            Балаларға ҡара хәбәрҙе нисек кенә әйтергә, аңлатырға? Оҙаҡ аптырана йәш әсә. Барлыҡ көсөн йыйып, батырлығын туплап, балалары менән һөйләшә ул. Баҡһаң, иң ауыры алда булған икән: 7 йәшлек Тимур, 6 йәшлек Лиананың аталары тураһында һорамаған көндәре юҡ. Хатта бер йәшен тултырған Артур ҙа фотоһүрәткә күрһәтеп, “Папа!” – тип өндәшә.

            – Бигерәк тә Лиана атаһын һағынып илай. Бындай ваҡытта мин уны нисек тынысландырырға ла белмәйем. Үҙемдең йөрәгем өҙөлә, бәғерем телгеләнә. Балалар баҡсаһында атайҙар өсөн байрам иртәлеге үткәрелгән көндө унда барыуҙан баш тартты. “Башҡаларҙың атайҙары килә, минеке юҡ!” – тине. Һуғыш күпме балаларҙы етем, ҡатындарҙы тол итте... – ти күҙ йәштәре аша Алеся.

            Фәнил һәм Алеся 2013 йылда танышып, ике йылдан ғаилә ҡоралар. Барыһы ла яҡшы була: йәш ғаилә тырышып эшләй, донъя бөтәйтә, тормоштарын бәхеткә күмеп улдары һәм ҡыҙҙары тыуа.

            – Иптәшем менән ысын мәғәнәһендә бер бөтөн булдыҡ. Бер-беребеҙҙе оҙаҡ күрмәйенсә йәшәй алмай инек. Ҡырға эшкә лә ебәрә алманым, сөнки унһыҙ тормошомдо күҙ алдына килтерә алмай инем. Өлөшләтә мобилизация беҙҙе айырҙы, ҙур һынау булды ул минең өсөн. Фәнилем алыҫта булһа ла, иҫән-һау икәнен белә инем, һирәк булһа ла телефондан һөйләшеү бәхете тәтей ине. Отпускыға ҡайтҡан ваҡыттары иң бәхетле мәлдәр булып хәтерҙә ҡалды. Һағыныуға түҙә алмай, үҙем дә янына бер нисә тапҡыр барҙым. Яратҡан кешемде бер ҡасан да күрә, ишетә алмаясағыма әле һаман да ышанмайым, үлемен ҡабул итә алмайым, – ти яугир ҡатыны.

Береһенән-береһе бәләкәй өс баланы уҡырға, балалар баҡсаһына, кәрәк саҡта дауаханаға йөрөтөү еңелдән түгел.

            – Ҡайным менән ҡәйнәмә шундай яҡшы холоҡло, батыр ул үҫтереүҙәре, бөгөн бик ныҡ ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәт. Һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған, терәк-таяныс булыусы, Таҙларҙа йәшәүсе Фәнилдең һәм үҙемдең бер туғандарыма рәхмәтлемен. Уларһыҙ бик ауыр булыр ине, – ти Алеся Ғәббәсова.

            Алеся Фәтих ҡыҙы тормош юлдашы менән һатып алған, ҙурайтып, матур ремонт эшләгән йорттарын күҙ ҡараһылай һаҡлай, “Бынан бер ҡайҙа ла китмәйәсәкмен, беҙҙең иң бәхетле булған саҡтарыбыҙҙың шаһиты бит ул!” – ти.

            Фотоға төшөргә әҙерләнгәндә Алеся яурынына Фәнилдең хәрби кейемен һалды. Ундағы Шайморатов, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы миҙалдары янына яңыраҡ Батырлыҡ ордены өҫтәлде. “О, атайымдың миҙалдары ҡайһылай күп!” – тине бәләкәй Тимур ғорурлыҡ менән.

            – Эйе. Ҡустың менән һин дә атайығыҙ кеүек ҡурҡыу белмәҫ булып үҫегеҙ, йәме, – тине әсәһе улына. – Тик һуғыш күрергә генә яҙмаһын!

            Айнә Иманғолова.

            Автор фотоһы.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: