Махсус хәрби операцияға мобилизацияның беренсе көндәрендә үк алынған Нур Сәлимйән улы әҙерлек үтеп, фронтҡа йүнәлтелә. Яҙмыш шулай, нисәмә йылдар үткәс, уға ла ҡарталарының яҙмышын ҡабатларға, ҡулына ҡорал алырға тура килә.
Нурҙың ҡартҡартаһы, йәғни өләсәһе Хәтимәнең атаһы Мирхәзйән Инсафетдин улы Исхаҡов та Бөйөк Ватан һуғышы ветераны була. 1924 йылда Бәләбәй районының Әҙәкәй ауылында тыуған Мирхәзйәндең ата-әсәһе 1933 йылғы аслыҡта һәләк була. 17 йәшенә тиклем үҙ көнөн үҙе күреп йәшәгән егет, һуғыш башланғас – хеҙмәт армияһына, унан фронтҡа оҙатыла. Диверсия төркөмө әҙерләү мәктәбен үткән етеҙ, физик яҡтан көслө Мирхәзйәндең төркөмөн 14 тапҡыр дошман тылына парашюттан ырғыталар. Сталинград һуғышында, Курск дуғаһы алышында, Орел, Австрияның Вена ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша Нурҙың ҡартҡартаһы. Еңеү йылының апрель уртаһында ҡаты яраланып госпиталгә эләккән Мирхәзйәндең ҡайтып төшөр ере булмай. Иптәш егеттәре менән Ҡаҙағстандың Аҡмола (Астана) ҡалаһына бара, ошонда ире һуғышта ятып ҡалған һалдат ҡатыны, сығышы Үтәғолдан булған Зарифаны осрата. Ике йылдан Үтәғолға ҡайтып, йорт һалып сығалар, биш бала үҫтерәләр. Урындағы колхозда малсы, тракторсы булып эшләй Мирхәзйән Инсафетдин улы. I, II дәрәжә “Бөйөк Ватан һуғышы” ордендары, “За оборону Сталинграда”, “За отвагу”, “За боевые заслуги”, “За взятие Вены”, “За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941-1945гг.” һәм юбилей миҙалдары бирелгән фронтовик 1993 йылда вафат була.
Нурҙың атаһы яҡлап ҡартаһы Насырйән Баймөхәмәт улы Шәрипов та Бөйөк Ватан һуғышында илде дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Хәйбулла районының Иләс ауылы егете 1943 йылда һуғышҡа алына. Минометсы Насырйән 1944 йылда Батырлыҡ өсөн миҙалын ала. Будапешты штурмлауҙа ҡатнашҡан яугирҙе 1945 йылда “За взятие Будапешта” миҙалы һәм “За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941-1945гг” миҙалдары менән наградлайҙар. Һуғышта ете тапҡыр яраланған яугирға тыуған яҡтарына ҡайтырға насип була. 1985 йылда уға 2-се дәрәжә Ватан ордены тапшырыла. Ветеран 1997 йылда вафат була.
Нур Сәлимйән улы ғәмһеҙ бала саҡ, тыныс тормош бүләк иткән ҡарталарына сикһеҙ рәхмәтле. Бөгөн ул үҙе балалары, үҫеп килгән йәш быуын өсөн батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, теүәкәллек һәм илһөйәрлектең сағыу өлгөһө булып тора. Ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтҡан арала бар туғандарына барып, хәлдәрен белешеп сығырға ла өлгөрә. Әлеге көндә Луганск халыҡ республикаһында Сватово-Кременное йүнәлешендә хеҙмәт иткән яҡташыбыҙға махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы миҙалы тапшырылған, ул хәрби хәрәкәттәр ветераны статусына ла эйә.
Нурҙы тыуған яғында әсәһе, ҡатыны, балалары, туғандары көтә. Уға ла ҡарталары кеүек яҡындары янына иҫән-һау Еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
#связьпоколенийРБ
Айгөл Ҡылысбаева. Фотолар ғаилә архивынан.