Ейәнсура агросәнәғәт колледжына осрашыуға ҡыҫҡа ваҡытлы отпускҡа тыуған яғына ҡайтҡан Н. Мостафаев килде. Осрашыуҙа кураторҙар, оҫталар һәм 9-сы һәм 5-се төркөм уҡыусылары ҡатнашты.
"Бер йыл элек кенә был егет ҡулына диплом алырға әҙерләнә ине. Ул колледждың активисы булды. Бер генә сара ла уның гитара йырҙарынан башҡа үтмәне.Ә бөгөн, ул - ҡыйыу яугир!
Н.Мостафаев ни өсөн хәрби хеҙмәтте һайлауы, махсус операцияның әһәмиәте, шулай уҡ хәрби әҙерлек һәм үҙенең тәүге һынауҙары тураһында яуап бирҙе ул.
Осрашыу балаларҙың иҫендә ҡалырлыҡ булды. Улар конкрет миҫалда ысын геройҙарҙың яныбыҙа булыуын, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, тыуған илгә һөйөү - үҙ иленең гражданының сифаты икәнен күрҙеләр
Үҙ сиратында, беҙ махсус хәрби операция ҡатнашыусыларна гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, имен хеҙмәт һәм тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ", - тип яҙалар Ейәнсура агросәнәғәт колледжы битләүендә.