Бөтә яңылыҡтар

"Күңел нуры"

Абзан ауыл китапханаһында, "Күңел нуры" проекты буйынса, МХО-ла хеҙмәт итеүсе егеттәрҙең әсәләре, ҡатындары,туғандары менән осрашыу үтте. Осрашыуҙа үҙәк китапхана эргәһендә эшләп килгән "Сылтыр шишмә" әҙәби берекмәһе ағзалары әүҙем ҡатнашты.

"Күңел нуры"
"Күңел нуры"


Иң беренсе сиратта Ғәйнуллина Фәниә апайға, коллегаларыбыҙ Рәмзия Ғизылхаҡ ҡыҙына, Розалия Урал ҡыҙына, Миңлегөл Зөлфән ҡыҙына, Гөлфиә Ғилмитдин ҡыҙына ихлас күңелдән ҡаршы алыуығыҙға, ауылдаштарығыҙҙы сараға саҡырып, юғары кимәлдә үткәреүегеҙгә, сәй табыны әҙерләүегеҙгә, яҡты йөҙөгөҙгә ихлас күңелдән оло рәхмәтемде белдерәбеҙ!

Сараны Абзан ауылы китапханасыһы Рәмзиә Ғизелхаҡ ҡыҙы матур итеп асып ебәрҙе. Артабан һүҙҙе үҙәк китапхана китапханасыһы Гөлкәй Рәүил ҡыҙы дауам итте. Ул барыһын да Ғаилә көнө менән ҡотлап үткәндән һуң, проектың темаһы, маҡсаты менән таныштырҙы. Һәм "Сылтыр шишмә" әҙәби берекмә ойошмаһы ағзалары осрашыуҙа ҡатнашыусыларға, МХО-ла хеҙмәт итеп йөрөүсе яҡташтарыбыҙға бағышлап ижад иткән шиғырҙарын, әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙеләр. Беҙҙең моңло һандуғастарыбыҙ Фәниә Ғәйнуллина һәм Әнзинә Аҙнағолова хисле йырҙарын бүләк иттеләр.

Осрашыу бик йәнле рәүештә барҙы. Осрашыуға 11 һалдат әсәһе килде. Әлебай ауылынан ике әсә килгән ине. Һәр әсәгә һүҙ биргән ваҡытта, яуҙа йөрөгән уландарының батырлыҡтары менән ғорурланып һөйләгәндә, күҙҙәрендә йәш аралаш ялҡын сағылып китә. Абзан ауылында йәшәүсе, Байыш ҡыҙы Хәсәнова Фәниә апайҙың ғаиләһендә дүрт бала, ике улы ла ил алдында үҙ бурысын үтәргә тип, башҡа егеттәр менән бергә МХО-ға юллана, үкенескә күрә Вилдан улдары батырҙарса һәләк була, Вадимының үҙ ғаиләһе, ҡатыны менән өс ҡыҙ үҫтерәләр икән. Утлы һуғышта өс тапҡыр яраланып госпиталдә дауаланғандан һуң, ҡабат сафҡа баҫа. Фәниә апайҙы юлланма буйынса Абзан ауылына балалар баҡсаһына эшкә ебәреп, шунда тәрбиәсе булып 37 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлай.

Әлебай ауылында йәшәүсе Ишмухаметова Фәриҙә апай, мәктәптә балаларға белем биреп, әлеге көндә хаҡлы ялда. Улар бейеменең туғанының ҡатыны ауырып мәрхүм булып ҡалыу сәбәпле, алты йәшлек Азамат әсәйһеҙ ҡалғас, ғаиләләренә уллыҡҡа алалар. Үҙҙәренең дә улдары тыуа. 2022 йылда 16 октябрендә мобилизацияға эләгеп егет МХО-ға хеҙмәт итергә юллана. Фәриҙә апайҙың һөйөклө балаһының батырлыҡтарын иҫләп, һағыныуҙарын баҫа алмай йәш аралаш бәйән итеүе күңелдәрҙе нескәртеп, беҙҙе лә уйландырҙы. Бына бит үҙ балаһылай, йылы ҡанаты аҫтына алып үҫтергән, кескәй ваҡыттан әсә мөхәббәте бүләк иткән, ошондай әсәләргә һәйкәл ҡуйырлыҡ. Юлдаш ауылында йәшәүсе , китапханасы, һалдат әсәһе Ишмухаметова Гөлфиәнең күңел төпкөлөнән урғылып сыҡҡан шиғырҙар ижад иткәнен һәр кем белә. Бер нисә шәлкемен беҙгә лә уҡып ишеттереп күҙҙәрҙе йәшләндерҙе. Диңгеҙбаева Мансура, Исмагилова Гөлшат апайҙарҙың улдары хәрби училище бөтөп, офицер булып хеҙмәт итәләр . Һәр әсә ғорурлыҡ менән үҙенең улы тураһында һөйләне, уй - кисерештәре менән бүлеште.

Башланған изге эштәребеҙ уң булып, яуҙағы батырҙарыбыҙ иҫән-һау ҡайтып, тағы ла үҙҙәре менән бергә осрашыуҙар үткәрергә насип булһын тигән теләктә таралыштыҡ.

"Сылтыр шишмә" әҙәби берекмәһенең ағзаларына ҙур рәхмәт.

Автор:
Читайте нас