Бөтә яңылыҡтар

“Мин бит һуғыш күргән кеше...”

Ҡасандыр һуғыш яланында булған, үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан, дошмандың ҡаты бәғерлелеген татыған ир-егеттәр – хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙың күбеһе илебеҙгә ҡурҡыныс янағанда ситтә ҡала алманы. Ғәббәс ауылынан Марсель Рәйемғужин 1994-1996 йылдарҙа Чечен һуғышында ҡатнаша.

“Мин бит һуғыш күргән кеше...”
“Мин бит һуғыш күргән кеше...”

Йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, һаман барған конфликттар туҡталмағас, сыҙамай ул: 2001 йылда контракт төҙөп, тағы ла ярты йыл ҡыҙыу нөктәлә була. Һуғыштың ни икәнен белгән, бай тәжрибәле Марсель Ғизелхаҡ улы үткән йылдың декабрендә контракт төҙөп, махсус хәрби операция урынына йүнәлде.

– Ни өсөн был мөһим ҡарарҙы ҡабул иттем? Сөнки үҙемде тағы бер тапҡыр һынағым килде. Мин бит һуғыш күргән кеше, әле бала ғына малайҙар һәләк булғанда нисек өйҙә түҙеп ятайым инде? – ти “Гюрза”.

Биш ай хеҙмәт итеү дәүерендә Марсель ағай өс тапҡыр яраланған. Бөгөн ул Луганск өлкәһенең госпиталдәренең береһендә дауалана. Яугирҙе тыуған ауылында әсәһе Таңһылыу Абдулхан ҡыҙы, Өфөлә эшләүсе улы Линар көтә, бик борсола.

– Хәҙер элекке кеүек хат яҙышыу юҡ, төрлө мессенджерҙар аша яҡындарым менән һәр ваҡыт бәйләнештәмен. Госпиталдә интернет менән ҡыйынлыҡтар юҡ, шул телефонға әүрәйбеҙ инде, – ти “Гюрза”.

Яугир тыуған яҡтарын бик һағына. Әммә бөгөн уның иң ҙур хыялы, теләге – дошманды еңеп, илдә тыныслыҡ урынлаштырыу.

– Чечен һуғышы менән сағыштырһаң, хәҙергеһе күпкә ҡурҡынысыраҡ, дрондар ғына ни тора... Әммә ҡурҡыуҙы артҡа ҡуябыҙ ҙа, Хоҙайға табынып артабан тыныслыҡ яулау өҫтөндә эшләйбеҙ. Беҙҙең ергә яуыз көс тә үтеп инә алмаясаҡ! – ти ҡыйыу яҡташыбыҙ.

Инде барыһын да ялҡытҡан ауыр ваҡыттар тиҙерәк артта ҡалып, илебеҙҙә Еңеү тантана итһен ине. Ул, ошондай һаҡсылар булғанда, оҙаҡ көттөрмәҫ. Беҙ быға ысын йөрәктән ышанабыҙ!

Айнә Иманғолова.

Фото шәхси архивтан.

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас