"Әсәй, илама... Атайым дөрөҫлөк өсөн көрәшә лә инде!"

Көндөҙ урамда ҡурҡ-майынса йөрөйбөҙ, төн-дәрен йоҡобоҙ тыныс. Сөнки илебеҙҙең сиге – ныҡлы һәм ышаныслы ҡулдарҙа. Уны ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу, түҙемле ир-егеттәр һаҡлай. Ара-ларында Ейәнсура егет-тәре булыуы менән ғорур-ланабыҙ. Уларҙың береһе – Үрге Муйнаҡ ауылынан Мораҙым Йосопов.

"Әсәй, илама... Атайым дөрөҫлөк өсөн көрәшә лә инде!""Әсәй, илама... Атайым дөрөҫлөк өсөн көрәшә лә инде!"
"Әсәй, илама... Атайым дөрөҫлөк өсөн көрәшә лә инде!"

Ул үткән йылдың ноябрендә
хәл иткес ҡарар ҡабул итә:
үҙ теләге менән махсус
хәрби операцияға юллана.
«Мура» ҡушаматлы яугир
води тель-электрик булып
хеҙмәт итә. Яңыраҡ яугир
ялға ҡайтты һәм беҙҙең
редакцияға ҡунаҡҡа инеп
сыҡты.
– Тәүҙә аптырап ҡал-
һам да һуңынан өйрәнеп
киттем. Ейәнсура егет-
тәре Айнур Рәхимғо-
лов, Руслан Искәнйәров
менән булғас, еңелерәк,
күңелгә тыныс. Сит ерҙә
яҡташтар туған кеүек бит
ул, – ти Мораҙым.
Яугир тыныс тормош-
та төҙөлөш, ремонт
эштә ре менән булышты.
Ишетеп кенә түгел, ә
күреп беләм: уға заказ-
дар күп булды, кешеләр
Мораҙымдың бригадаһы
бушағанын айлап көтәләр
ине. Был уның оҫта ҡул-
лы булыуы, эшкә яуаплы
ҡарауы хаҡында һөйләй.
Эш рәтен яҡшы белеүе
уға МХО-ла ла ярҙам
итә: бөгөн улар блиндаж
янында мунса төҙөй.
Әйткәндәй, яугирҙең
бер туған ҡустыһы Аза-
мат, абзыһы Зөфәр ҙә ил
һағында. Тик, бер-бе-
реһенән алыҫ булғас,
күрешеү бәхете тәтегәне
юҡ икән. Мораҙымды
Иҫәнғолда кәләше Свет-
лана, балалары Дим, Эль-
вина, Аделина һағынып
көтөп алған.
– Света минең мөһим
ҡарарымды ауыр ҡабул
итте, ул бик ныҡ көйә лә-
нә. Илаған ваҡыттарын-
да бәләкәйебеҙ Аделина:
«Әсәй, нишләп илайһың?
Атайым дөрөҫлөк өсөн
көрәшә лә инде», – тип
әйтә икән, – ти «Мура».
Ете йәшлек кенә ба-
ланың һүҙҙәрендә күпме
ғорурлыҡ тойғоһо ята,
аптырарлыҡ. Киләсәктә
дөрөҫлөк еңеп, һәр бер
балаға атайлы – арҡалы
булып үҫергә яҙһын ине.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һөйөк-
лө тормош иптәштәре,
улдары өсөн күҙ йәштәре
түгелмәһен. Батыр ир-
егет тәребеҙҙе тиҙ арала
Еңеү менән көтәбеҙ!
Айнә ИМАНҒОЛОВА.
Фото шәхси архивтан.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас