Мин - ошо мәҡәләнең авторы, Сирғол урта мәктәбендә Самат менән бер нисә йыл бер класта уҡыным. Ул башҡа егеттәрҙән үҙенең үтә ябай, эскерһеҙ, ҡыҙҙарға ҡарата ихтирамлы булыуы менән айырылып торҙо. Романтик ине: класыбыҙҙан бер ҡыҙҙы оҡшатып йөрөгәнендә уға балдаҡ бүләк иткәне хәтерҙә ҡалған. Ә бер тапҡыр мәктәптә үткән бейеү конкурсында ҡатнаштыҡ. Унда беҙ - ҡыҙҙар көнсығыш бейеүен бейенек, ә Самат солтан ролендә булды. Уның нисек оҫта сығыш яһағаны һаман да күҙ алдында, торғаны бер талант! Сәхнәгә йыр менән сыҡҡаны ла булды: шундай моңло, айырым тауышлы оҫта йырсы ине!
Класташымдың контракт төҙөгәнен ишеткәс, уның менән ғорурланыу тойғолары кисерҙем. Һуңынан, смс-хәбәр алыша башлағас, уның күтәренке рухта икәнлеген күреп, тағы ла бер ғорурландым. Тик был оҙаҡҡа булмаған икән... Ғинуар аҙағында унан хәбәр килеүе туҡтаны. Аптырап үҙем яҙып ҡарайым: смс-хәбәр барып етмәй...
Был билдәһеҙлек дүрт айҙан оҙағыраҡҡа һуҙылды. 3 июндә килгән ҡара хәбәр күңелдәге өмөт осҡондарын мәңгелеккә һүндерҙе. 9 июндә Самат Сабир улы Бикбаевтың кәүҙәһе тыуған ерендә төйәкләнде.
Яугир менән хушлашыу митингыһы Сирғол ауыл мәҙәниәт йорто алдында үтте. Батырҙың апайҙары Венера Исмәғилева, Юлиә Абдрахманованың һәм уларҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтов уртаҡлашты. Саматтың тәүге уҡытыусыһы Зөмәрә Ишмөхәмәтова, Сирғол ауылының элекке старостаһы, мәрхүмдең еҙнәһе Илдар Аҙнағолов яугирҙең шундай асыҡ, ихлас, ярҙамсыл булыуы тураһында һөйләнеләр.
Ауылдашым, класташым Саматтың ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлөүенә ышанғы килмәй. Күрәһең, яҙмыштың аяуһыҙ ҡануны һиңә герой булып, беҙҙең тыныс тормошто һаҡлап һәләк булырға ҡушҡандыр. Ғорурланабыҙ! Бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Бәхил бул.
Айнә Иманғолова.
Автор фотоһы.