Әммә оҙаҡ хеҙмәт итергә яҙмай уға: бер нисә айҙан яраланғас, комиссия уны артабан хеҙмәткә яраҡһыҙ тип таба. Разведкала хеҙмәт иткән, был эштең бөтә нескәлектәрен белгән егет өйҙә ятып сыҙай алмай – 2024 йылдың башында үҙ теләге менән ҡабаттан махсус хәрби операцияға юллана.
– Ил сигендә кәрәклегемде белә инем, – тине Азамат үҙенең был ҡарары хаҡында. – Һуғышта иң ауыры нимә, беләһегеҙме? Ауыр тормош шарттары, һиңә һөжүм итеүҙәре лә түгел... Әгәр ҙә кемгәлер ярҙам итә алып та,яңылышлығың арҡаһында быны эшләй алмаһаң, шул иң ауыры... Ә бит бының менән артабан нисектер йәшәргә кәрәк...Мин ниндәйҙер исем, награда тип тырышмайым. Алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙең өйгә ҡайтыу-ҡайтмауы ниндәйҙер кимәлдә беҙҙән дә тора, шуны яҡшы аңлайбыҙ һәм тырышабыҙ. Разведка–армияның күҙҙәре һәм ҡолаҡтары, унда герой булырға тырышыуға урын юҡ. Һалҡын аҡыл, сыҙамлылыҡ һәм күләгәлә ҡала белеү кәрәк. Разведкала көсһөҙ кешеләр түҙмәй, ә ҡалғандарға беҙ үҙебеҙҙән дә нығыраҡ ышанабыҙ. Дуҫтарым “Инди” менән “Сокол”минең өсөн ысын дуҫлыҡ, ир-егет холҡо өлгөһө булып тора, – ти разведка ротаһы бүлексәһе командиры “Хазбек”.
Яугирҙе өйҙә һөйөклө ғаиләһе – кәләше Эльвира, ҡыҙы Ынйы, улдары Мөхәммәт, Йәдкәр, Ибраһим көтә. Әйткәндәй, кәләше инде күп йылдар намаҙҙа булһа, бер нисә ай элек Азамат та дин юлына баҫҡан:“Намаҙ уҡыһаң, күпкә еңелерәк булып киткәндәй.Көсөргәнешлелек юғала, тынысланып китәһең”, – ти Азамат.
Разведчик, ҡыйыу Ейәнсура егете Азамат Йосоповҡа барыбыҙ ҙа түҙемһеҙләнеп көткән еңеүгә илткән юлда ныҡлыҡ, сабырлыҡ теләйбеҙ. Илебеҙ сигендә батыр башҡорт егеттәре булғанда, аҙымдарыбыҙ ныҡлы, көндәребеҙ аяҙ, йоҡобоҙ тыныс!
Айнә Иманғолова.
Фото шәхси архивтан.