Бөтә яңылыҡтар

“Яуҙаштарымдан уңдым!”

“Эвакуация! Эвакуация!” – тигән тауыштарҙы ишетеп күҙен асты һалдат... Яраланған ере үлтереп ауырта, әммә уға беренсе ярҙам күрһәтеүсе яуҙаштарының оҫта эш итеүҙәре һәм тиҙҙән киләсәк тиҙ ярҙам күңелен бер аҙ йылытҡандай... “Был хәл минең менән булғайны инде: шул уҡ тауыштар, шул уҡ ауыртыу... Мин тағы ла яралы... Ә егеттәр мине тағы ла ташламаған: яуҙаштарымдан уңдым!” – тип уйланы һалдат.

“Яуҙаштарымдан уңдым!”
“Яуҙаштарымдан уңдым!”

2022 йылдың сентябрендә Өмбәт ауылы егете Азат Шәриповты өлөшләтә мобилизация сиктәрендә военкоматҡа саҡырталар. Ләкин, билдәһеҙ сәбәптәр менән уны кире ҡайтаралар. Ә ул бер нисә ай үткәс үҙ теләге менән контракт төҙөй.

– Мобилизация буйынса алынмаһам да тыныс йәшәй алманым, тегендәге егеттәргә нисек тә булһа ярҙам иткем килде, – ти 2023 йылдың майында үҙ теләге менән ил һағына йүнәлгән Азат Шәрипов.

Башта гранатометсы булып хеҙмәт иткән “Аза”ға икенсегә яраланғанынан һуң табиптар еңелерәк хеҙмәткә күсергә кәңәш итә. Махсус курс һәм стажировка үткәндән һуң, Азатты конроль-техник пунктҡа начальник итеп тәғәйенләйҙәр.

– Бында булған һәр нәмә иҫтә, ҡайһы берҙәре, бәлки, бер ҡасан да онотолмаҫ. Әммә, ике тапҡыр яраланғанда ла мине яу яланынан күтәреп алып сыҡҡан, тәүге ярҙам күрһәткән иптәштәремдең тоғролоғо хаҡында иҫләһәм, тәнем әле лә зымбырлап китә. Беҙҙең дивизион күп милләтле: башҡорт, урыҫ, татар, еврей, ҡаҙаҡ, хант... кемдәр генә юҡ. Уларҙың барыһын да ҡыйыулыҡ сифаттары берләштерә. Ниндәй генә хәл булмаһын, беҙ бер-беребеҙҙе бер минутҡа ла ҡалдырмайбыҙ, – ти ғорурлыҡ менән “Аза”.

Яҡташыбыҙ 2020 йылда Дарья исемле ҡыҙ менән яҙмышын бәйләгән. Шәриповтар ғаиләһендә ҙур ваҡиға көтөлә: сентябрь башында йәштәр яңы статусҡа эйә буласаҡ. Буласаҡ атай бәпес тыуған ваҡытта яҡындары янына ялға ҡайтырға ниәтләй.

Айнә Иманғолова.

Фото шәхси архивтан.

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас