– Беҙҙең подразделениела Башҡортостандан дүрт егет. Аралашып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, терәк булып торабыҙ. Туғандарым менән дә һәр ваҡыт бәйләнештәмен, мөмкинлек булған һайын шылтыратып, хәлдәрен һорашырға тырышам, – ти Азамат. Ҡыйыу егеткә махсус хәрби операциялағы батырлығы өсөн – “За боевое отличие” миҙалы һәм дошмандың техникаһын юҡҡа сығарған өсөн “Георгиевский крест” хәрби наградаһы бирелгән.
Әйткәндәй, Азамат ике йәйҙә ата-әсәһе өсөн өр-яңы иркен йорт, мунса төҙөткән. Өйгә газ, һыу үткәрелгән, ғөмүмән, йәшәү өсөн бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Вадим һәм Резеда Ҡәҙербаевтар улдары менән бик ғорурлана.
– Улымдың фотоһын телефон экранына ҡуйып алдым. Һәр иртән уянам да, телефонды тоҡандырып, улыма хәйерле иртә теләйем, – ти Вадим Мансур улы. – Ҡайтҡанында беҙҙе ят ризыҡтар менән һыйлай, хатта оҫта бешеренә улыбыҙ. Ялға ҡыуанып ҡаршы алабыҙ ҙа, оҙатҡанда бигерәк ауыр шул. Тиҙерәк һуғыш бөтһөн дә, Азаматыбыҙ иҫән-һау ҡайтып, уға кәләш әйттерергә яҙһын!