Уны беҙ МХО башланғандан алып егеттәр өсөн ысын күңелдән янып көйөүсе итеп беләбеҙ. Бығаса үҙе лә ике тапҡыр ярҙам алып барып ҡайтҡан Руслан Фазылйән улы 21 августа сираттағы гуманитар ылауҙы оҙатты.
Руслан Фазылйән улы май аҙағында йәнә бер ҙур эшкә тотона – егеттәрҙең ғүмерен хәүефле “ҡошсоҡ”тарҙан һаҡлаусы юрған эшләүгә Ҡыуандыҡ ҡалаһына заказ бирә. Тәүге юрған әҙер булғас, тепловизор ярҙамында уны һынай. Бар талаптарға тап килеүен күргәс, кәрәкле материалдар һатып ала ла, ҙур ғына заказ эшләй. Август айына 130 юрған әҙер була. Әммә уларҙы ғына ебәреп булмай бит инде, фермер өҫтәп бензин генераторы, өс бензобысҡы һатып ала. Ауылдашы – пилотһыҙ осоу аппараттары ротаһы командиры Денис Төрөпҡоловтың үтенесен дә үтәй: уның эшен еңеләйтеү өсөн юғары ҡеүәтле, яҡшы ноутбук һатып ала.
Тиҙҙән гуманитар ылау ебәрәсәктәрен ишеткән Ҡыуандыҡ ҡалаһының “За всех!” ирекмәндәр хәрәкәте ағзалары ла ярҙамға ҡушыла, 20 маскировкалау селтәре бирә. Иҙәштәр ҙә һуңғы көндәрҙә үргән алты селтәрен ҡуша.
Уңыш йыйыуҙың иң ҡыҙған мәле булғас, етәксе хужалығын ҡалдырып китә алмай. Шуға ла ылауҙы оҙатыу кеүек яуаплы эште иң ышанған кешеләренә тапшыра:
– Улым Әхәт менән бергә Фирҙәт Дәүләтбаҡов, ике туған ағайым Салауат Байбулатов барҙылар. Улар ниндәй тәьҫораттар менән ҡайтҡандарын белһәгеҙ ине: космосҡа осҡандармы ни! Һөйләп һүҙҙәре бөтмәй, тағы ла барабыҙ, тиҙәр. Юлда гуманитар ылау менән барыусыларҙы күп осраған, хатта араларында пенсионерҙар ҙа бар, тиҙәр. Барыһы ла фронтҡа ярҙам итәбеҙ, тип тырыша – уйланырға урын бар, – ти Руслан Фазылйән улы.
Иҙелбәктәр ауылдаштарына ғына түгел, ә мөрәжәғәт иткән бер кемдең дә үтенесен кире ҡаҡмай. Улар тыуған яҡтан күстәнәс алып барған яҡташтар араһында Байыш ауылынан Шамил Ғәфүров та бар.
– Ҙур эш башҡарыусы – ылауҙы ойоштороусы Руслан Фазылйән улына, уны алып килеп еткергән егеттәргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Иҙәш ауылы халҡы маскировка селтәрҙәре ебәргән, аяҡ-ҡулдары һыҙлауһыҙ булһын. Тәмле күстәнәстәр менән сәй эстек – күңел шатланып китте. Сөсикмәктең тәмлелеге... Элек әнейем дә күп итеп сөсикмәк бешерә ине. Егеттәр менән бала саҡты иҫләп, һөйләшеп ултырҙыҡ, – ти взвод командиры “Шома”.
Денис Шонгин, Рифат Бикмөхәмәтов, Тимур Ҡадаев, Денис һәм Рөстәм Төрөпҡоловтар, Марс Каракенов – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һаны менән дан алған Иҙелбәк яугирҙәренең бер өлөшө генә.Руслан Фазылйән улы һәм ауыл халҡы киләсәктә лә барлыҡ яҡташ яугирҙәргә ярҙамды туҡтатмай, был юҫыҡта тығыҙ эшләргә ниәтләй. Был шулай булырға тейеш тә. Сөнки тылдан ярҙам, тыуған яҡ сәләмдәре егеттәрҙең күңелдәрен күтәрә, ауыр ваҡыттарҙа яҡты киләсәккә өмөттәрен көсәйтә. Иң мөһиме, Еңеүҙе яҡынайта.
Айнә Иманғолова.