Бөтә яңылыҡтар

Иҫең китер көслө әсә йөрәгенә!

Инде нисәнсе ай әсә йөрәге тынғылыҡ таба алмай. Улының төндәр буйы һаташып “Атығыҙ! Атығыҙ!...” тип ҡысҡырыуҙары, иптәштәрен саҡырыуы, илап уяныуҙары, уянып та етмәй ырғып тороп тышҡа сығып китеүҙәре көндәргә түгел, айҙарға һуҙылды бит. Бындай хәлгә етер өсөн улы ҡәһәрле чечен һуғышында күпме ҡот осҡос хәл шаһиты булғандыр... Балаҡайын йәлләп, уның өсөн бәғере телгеләнде әсәнең. Тик нисек кенә ярҙам итергә һуң? Өйҙә стеналар ҙа дауалай, тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер. Чечен һуғышында күпте күреп, күңеле һулҡылдаған Ғәйсәр яйлап тынысланды. Быны күреп әсә лә ҡыуанды. Әммә ул киләсәктә улының тағы ла ғәрәсәткә эләгерен, тыуған иле өсөн йәнен биререн белмәй ине шул әле... Ҡурҡынысырағы алда булған икән...

Иҫең китер көслө әсә йөрәгенә!
Иҫең китер көслө әсә йөрәгенә!
Ғәйсәр ауырлығы 5200 г, оҙонлоғо 62 см булып тыуа. Имеҙергә алып килгән шәфҡәт туташы: “На, держи свое бревно!” – тип тоттора торған була әсәгә. – Теремек кенә, һары ғына баламды һәр ваҡыт “песпелем” тип йөрөттөм, исеме менән бик һирәк өндәштем. Әллә шулай тип ғүмерен ҡыҫҡарттыммы икән... – тип илай Миңзиә апай.

Башҡорт Үргене ауылында йәшәүсе Миңзиә Ҡужәхмәтованың тормош юлы бормалы. Ҡайғы-хәсрәтте лә Хоҙай уға мул биргән. Ибрай ауылында тыуып-үҫкән ҡыҙ 8-се класты тамамлағас, Чапаев исемендәге колхоз фермаһында эш башлай. Ике йылдан Үрген егетенә тормошҡа сыға. Тормош юлдашы Ғәни Ғәлимйән улы оҙаҡ йылдар физкультура уҡыта. Бәхетле ғаиләлә бер-бер артлы биш бала донъяға килә. Ҡыҙҙарының, улдарының уңыштарына һөйөнөп, шатланып оҙаҡ йылдар йәшәргә ине лә бит, 2009 йылдың майында ғаилә башлығы ҡаты ауырыуҙан вафат була. Был ваҡытта Ғәйсәр әрме сафында була. Ярай әле февралдә отпускыға ҡайтып китә, юғиһә бигерәк үкенесле булыр ине. Атаһының вафатына өс көн тигәндә ҡайтып төшә ул.

Әсәһе Ғәйсәрҙең Чечняла икәнлеген ул яраланып, госпиталгә эләккәс кенә белеп ҡала. Көйәләнмәһен тип яҡындары унан йәшергән була. Улы ла: “Әсәй, һорашма, мин һиңә бер нимә лә әйтмәйем. Ул турала онот, мин дә онотам!” – ти. Әммә төндәрен... Ғәйсәрҙең тыныс йоҡлаған бер төнө лә булмай. Яңы ғына балаларының атаһын ерләгән Миңзиә апайҙың иңенә тағы бер ауырлыҡ өҫтәлә.

Яйлап төҙәлә егеттең күңел яралары. Колхозға эшкә сыға, һуңынан Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә йорт һала, өйләнә. Әммә күңелендәге һуғышсан рух махсус хәрби операция башланғас үҙе тураһында иҫләтә. Ҡыйыу ҡарар ҡабул итә Ғәйсәр. Был юлы ла әсәһенә дөрөҫөн әйтмәй, уның йөрәген һаҡлай:

– Беҙ төҙөлөш бригадаһы менән Донецк ҡалаһына емерелгән өйҙәрҙе тергеҙергә барабыҙ, әсәй, – ти ул.

Хәрби иҫәптә Өфөлә тормағанлыҡтан, уға Ейәнсура аша китергә кәрәклеге асыҡлана. Миңзиә апай дөрөҫөн белгәс:

– Улым, һин бит минең бәләкәй балам, берҙән-бер улым! Китмә! – тип инәлә.

– Әсәй, мин йәшенеп ҡала алмайым. 18-19 йәшлек егеттәр бармаһын. Мин – һуғыш, дары еҫен белгән кеше! Һин тота алмайһың, мин барыбер китәм! – тип яуаплай ныҡлы ҡарарға килгән Ғәйсәр.

Миңзиә апай әрләп тә, инәлеп тә, илап та ҡарай – ләкин улын бер нисек тә күндерә алмай. Ғәйсәр 2022 йылдың 11 ноябрендә ил һағына йүнәлә, 27 апрелгә – тыуған көнөнә ҡайтырға вәғәҙә бирә. Ә 20 апрелдә Миңзиә апай ҡара хәбәр ала: “12 сәғәт 45 минутта Ғәйсәрҙе юғалттыҡ. “Зема” менән “Ким” алып сыҡтылар”.

Ысынлап та тыуған көнөнә ҡайта ул. Тик... үҙ аяҡтарында түгел. Ә герой булып, мәңге йәшәйәсәк, үлемһеҙ батыр булып...

Ике тапҡыр бала ҡайғыһы кисергән, улы Айбулат, ҡыҙы Ләйсәнде юғалтыуҙан ҡанһыраған, уңалып та өлгөрмәгән әсә йөрәге бындай ғазапҡа нисек кенә сыҙағандыр... Хәйер, ундай яра берәй ҡасан бөтәшәме икән? Юҡтыр.

– Ғәйсәрем ҡайнымдың яҙмышын ҡабатланы. Ул да ике ҡан ҡойошта булған, пулеметчик, – ти күҙ йәштәре аша күп ҡайғы күргән әсә. – Улым шул тиклем яҡшы, йомарт кеше булды. Хатта дуҫтарының балаларына 1 сентябрь алдынан кейем-һалым алырға аҡса биргәне булды. Кеше араһында мәхрүм булып тормаһындар, ти торғайны. Төшөмә йырлап инә балаҡайым... Тик һуңғы ваҡытта күренмәй, ә мин көтәм...

Миңзиә апайҙың ҡыҙҙары Дилбәр – Көйөргәҙе районында, Зәлифә Үрген ауылында йәшәй. 13 ейән-ейәнсәре, 3 бүлә-бүләсәре бар. Шуларға ҡарап йыуанып йәшәй апай. Инде баҡыйлыҡҡа күскән балаларының төҫө булған ҡыҙҙары-улдары килеп китһә, күңеле тынысланып ҡалғандай. Уларҙың араһында Ғәйсәренең ҡыҙы Маргарита ла бар. Уның төҫө, уның дауамы...

Яугирҙең исемен мәңгеләштереү маҡсатында яҡындары волейбол ярышы ойоштора. Ҡатнашыусылар йыл да күп була икән.

Ғәйсәрҙең яуҙаштары Миңзиә апайға килеп, аралашып тора. Бигерәк тә командиры мәрхүмгә рәхмәтле. Ул ныҡ итеп яраланғанда тап Ғәйсәр уны ҡотҡара.

– Әгәр ул тиҙ ярҙамды дөрөҫ күрһәтмәһә, үлгән булыр инем. Мин уға бик рәхмәтлемен! – ти икән командиры.

Ҡужәхмәтовтарҙың йорто түрендә Ғәйсәрҙең ҙурайтылған фотолары урын алған. Унан сая ҡарашлы, сибәр һалдат ҡарай. Ҡыйыу йөрәкле, илһөйәр, ғүмере ил һағында иртә өҙөлгән ир-егет. Шундай ул тәрбиәләгән Миңзиә апай Ҡужәхмәтованың алдында баш эйәбеҙ һәм сикһеҙ ихтирам итәбеҙ. Ә Ғәни ағайҙың рухы улы өсөн сикһеҙ ғорурланалыр.

Айнә Иманғолова.

Автор фотоһы.

 

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас