Түбәнге Мәмбәтша ауылында йәшәгән, әле ул саҡта бәләкәй генә булған Динис, телевизорҙан Ишембай кадет корпусы хаҡында тапшырыуҙы күргәс, ата-әсәһенә шунда уҡырға теләүен белдерә. Улдарының теләгенә ҡаршы төшмәй Тоҡомбәтовтар: 7-се класҡа Динис кадет корпусына уҡырға инә. Улдарының яҙмышы тап ошо ваҡытта хәл ителгәнен ата-әсә күҙ алдына ла килтермәй. Әммә уның юғалып ҡалмаҫын, тәүәккәл холҡон белгәнгә күрә, улдарын тыныс күңел менән уҡырға оҙаталар.
Уҡыуын тамамлап, киләсәген хәл итер мәл еткәс:
– Мине артабан уҡырға индерәм, алып барам, тип мәшәҡәтләнмәгеҙ. Атай, 10 мең аҡса бир ҙә, ҡалған яғын үҙем хәл итәм, – ти ҙә Динис, ата-әсәһенә ҡайҙа барғанын да әйтмәй юллана.
Унан бер ай хәбәр булмай, атай менән әсәй борсолоуҙан үҙҙәренә урын тапмай. Тик шулай ҙа, күңелдәре тыныслана биреп ҡуя: улдары йөҙ ҡыҙарта торған бала түгел, барыһы ла яҡшы булыр...
Бер көн телефон шылтырай. Сымдың теге осонда – бер ай ишетмәгән, инде һағындырып бөткән таныш тауыш:
– Әсәй, мин Рязань ҡалаһындағы юғары гвардия һауа-десант командный училищеһына уҡырға индем! Барыһы ла яҡшы, минең өсөн борсолмағыҙ, – ти Динис.
Рита апай ҡыуанысынан һәм ғорурланыуынан күңеле тулып илап ебәрә. Улы хәрби буласаҡ! Ҡыйыу ир-егеттәр һөнәре!
Ул ваҡытта тынысһыҙ заман килере бер кемдең дә башына инеп сыҡмай ине шул. Әммә батыр ир-егеттәргә ил һағына күтәрелергә тура килде. Улар араһында яҡташыбыҙ, өлкән лейтенант Динис Тоҡомбәтов та бар. Хәрби училищены тамамлауына бер ай үткәс махсус хәрби операцияға йүнәлә ул.
Бөгөн Динис Юлай улы – Ҡаһарманлыҡ ордены, Жуков миҙалы менән наградланған, хәрби хеҙмәттә айырыуса оҫталыҡ күрһәткән батыр йөрәкле яугир. Күптән түгел уға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шайморатов миҙалы тапшырҙы.
– Минең булмышым – ата-әсәйемдең, тыуған Ейәнсурамдың, республикамдың ҡаҙанышы ул. Башта ғаиләлә дөрөҫ тәрбиә алһам, һуңынан кадет корпусында был тәрбиәне нығыттылар, дөрөҫ юл күрһәттеләр. Яҡындарыбыҙ, тыныс күк йөҙө өсөн алышабыҙ. Йөрәгем типкән ваҡытта мин ата-бабалар кеүек һәр ваҡыт Ватан һағында буласаҡмын! – тине яугир бәйләнешкә сыҡҡанында.
Яңыраҡ юл төшкәндә, Таулыҡайға барып етеп, Динистың ата-әсәһе менән танышыу теләге тыуҙы. Рита апай, яугир әсәһе булараҡ, шифаханала ине. Ә Юлай ағай улы тураһында берсә һағышланып, берсә ғорурланып һөйләне. Хатта күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
– Улым менән нисек ғорурланыуымды белһәгеҙ! Уның кеүек балалар һирәк булалыр. Бәләкәй саҡтан етди, үҙ аллы булды, бер ауырлыҡ тыуҙырманы. Ҡыйынлыҡтар килеп тыуһа, һәр ваҡыт үҙе хәл итте. Алдына маҡсат ҡуя икән, ул уға ирешә! Маладис ул! – тине ул.
Динисҡа ҡасандыр ата-әсәһе хыялдарына ирешергә ярҙам итһә, хәҙер егет иң ҡәҙерле кешеләренең хыялдарын тормошҡа ашыра. Юлай ағай оҙаҡ йылдар немец овчаркаһы хаҡында хыялланған икән. Күптән түгел Динис атаһына уны бүләк иткән дә. Ҡушаматы Шмель – Динистың яуҙа һәләк булған дуҫының позывнойы. Был бүләктә егеттең атаһына булған һөйөүе һәм шул уҡ ваҡытта дуҫы хаҡындағы иҫтәлек берләшкән. Әйткәндәй, Шмель, кәүҙәгә ҙур булһа ла, бик аңлы, йыуаш, аҡыллы эт. Беҙ ағай менән һөйләшеп торғанда эргәлә генә йөрөнө, миңә – ят кешегә хатта өрмәне лә. Ағай бушҡа ғына хыялланмаған икән.
Юлай ағай башҡа балалары хаҡында ла ғорурлыҡ менән һөйләне. Ҙур ҡыҙҙары Оксана тормош иптәше Илшат менән – Иҙелбәктә, икенсе ҡыҙҙары Ләйсән кейәүҙәре Ришат менән Өфө районының Нуғай ҡасабаһында йәшәйҙәр. Әйткәндәй, Ришат та махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. Яралары артабан хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылғас, үҙ эштәрен башлап ебәргән.
Динис махсус хәрби операция тураһында артыҡ һөйләргә, шапырынырға яратмай. Иҫендә ҡалған берәй ваҡиға тураһында һөйләүен һорағас, ул:
– Бында ундай хәлдәр бик күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбеһе насар хәтирәләр менән бәйле. Шуға күрә мин улар тураһында һөйләү түгел, уйлағым да килмәй, оноторға ине ул... Кемделер ут эсенән яралы килеш алып сығыу иҫемдә бигерәк тә ныҡ ҡала, был туралағы кисерештәр мәңгелек, – тине.
Десант-штурм ротаһы командирының ошо һүҙҙәре ябай ғына яңғыраған кеүек. Ә күпме мәғәнә ярылып ята уларҙа... Ир-егеттәргә тыуған ил һағында ниҙәр генә кисерергә тура килмәй?!
– Ауыр яу юлын бергәләп уҙған хеҙмәттәштәремә рәхмәт. Улар барыһы ла шул тиклем ҡыйыу, ысын ир-егет! Еңеүҙең беҙҙең яҡта булырына иманым камил. Ныҡлы тыл булғанда, шулай буласаҡ та! – ти Динис Тоҡомбәтов.
Айнә Иманғолова.
Фотолар: шәхси архивтан һәм авторҙыҡы.