Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Иҫәнғол уҙаманы Радик Желкобавтың үткән көҙ социаль приютҡа кер йыуыу машинаһы, электр мейесе, ит турағыс бүләк итеүен ишетеп, миһырбанлы яугиребеҙ менән ғорурланғайныҡ. Барыһы ла тылсымға өмөт иткән Яңы йыл байрамы алдынан Радик Марс улы балаларҙы йәнә ҡыуандырҙы. Яугирҙең бүләктәрен һәм күстәнәстәрен кескәйҙәргә уның ата-әсәһе Марс Мөхәммәтғәли улы менән Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы алып барып тапшырҙы. Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың бәләкәй генә йөрәктәрен иретерлек изге эш башҡарҙы яугир. Уларҙың рәхмәттәре Радик Марс улын һаҡлап йөрөтһөн ине.
МХО-ға урау юлдар аша
Махсус хәрби операция башланғас, Радик мобилизацияға эләгермен тип көтә. Тик уны саҡырмайҙар. Аптырағас 2023 йылдың авгусында шәхси хәрби компания менән контракт төҙөй. Тик ЧВК-ның хужаһы һәләк булғас, уларҙы Африкаға йүнәлтәләр. “Мин нәҡ МХО-ға ғына барасаҡмын”, – тип Радик был контракттан баш тарта.
Алға ҡуйған маҡсаты тыныс йәшәргә бирмәй – Радик интернет селтәрендә төрлө батальондар тураһында мәғлүмәтте ҡарап, Невский исемендәгеһендә туҡтала. Өс аҙна әҙерлек үткәс, уны ун көнгә ялға ҡайтаралар. Шул ваҡыт Радиктың уйы ҡапыл үҙгәрә: аяҡтары уны хәрби комиссариатҡа илтә. Һәм, ниһайәт, уның ҡулында – Оборона министрлығы менән контракт. Бына шундай урау юлдар аша юллана “Монгол” махсус хәрби операцияға.
– Кеше алдына алғанды ҡуймай, барыбер үҙенсә эшләй. Яҡындарым минең ҡарарымды бәлки хупламағандыр ҙа, әммә кире өгөтләмәнеләр, – ти яугир.
"Хаттар рухты күтәрә"
Тәүге көндән үҙен ҡурҡыу белмәҫ, юғары дисциплиналы яугир итеп күрһәткән “Монгол”ды торараҡ штурм ротаһы командиры итеп тәғәйенләйҙәр.
– Башта ҡайҙа килеп эләккәнемде аңламай, аптырап йөрөнөм. Интернеттағы видеоларҙан бер аҙ күҙ алдына килтерә инем, әммә ысынбарлыҡ бөтөнләй икенсе икән. Башта юғалтыуҙарҙы ауыр кисерҙем. Унан артыҡ уйланмаҫҡа, һалҡын ҡанлы булырға кәрәклекте аңланым, юғиһә, хәрби бурысты үтәүе ауыр буласаҡ, – ти Радик.
Штурмлаусылар өсөн медицинаны камил белеү мотлаҡ. Яралыларға тиҙ ярҙам күрһәтеү, яраны тиҙ арала бәйләү, жгут һалыу өсөн дә айырым сослоҡ, оҫталыҡ кәрәк. Яугир күптән был сифаттарға эйә. Ул медицинаны белеү алғы һыҙыҡта иң мөһиме тип билдәләй.
Командир Желкобаевтың штурмға барыр алдынан яугирҙәрҙең рухын күтәреү өсөн үҙенсәлекле алымы бар: илдең төрлө ҡалаларынан уҡыусылар яҙған хаттарҙы тарата ул. Уларҙы егеттәр яратып уҡый, ҡайһы берҙәрен хатта талисман итеп элеп ҡуялар икән.
– Егеттәр Ватан өсөн, тип килһен ине ул, – “Монгол”ды ҡайһы берәүҙәрҙең ил һағына ысын күңелдән түгел, ә ҙур аҡса артынан йүнәлеүе борсой:
Радик Марс улы – илһөйәр. Ул инде күптән Башҡортостандан ситтә йәшәһә лә, тыуған яғын ныҡ ярата. Блиндажда ла республика флагын эленеп ҡуйылған.
– Илһөйәр булыуым миңә үҙемде табырға ярҙам итте. Мин бында кәрәгерәкмен, файҙалыраҡмын, – ти яугир. Ә өйҙә уны ҡатыны һәм ике ҡыҙы һағынып көтә.
Айнә Иманғолова.
Фото шәхси архивтан.