Ишемғол ауылы егете үткән йылдың апрелендә әрме хеҙмәтенә юллана. Ә 1 майҙа ул контрактҡа ҡул ҡуя. Артабан – бер нисә ай дауамында “учебка”, унан – алғы һыҙыҡ...
–Үкенгәнең булманымы? – тигән һорауыма көтөлмәгән яуап яңғыраны:
– Юҡ, миңә хатта оҡшай! Бәләкәй саҡта ҡартайым менән хәрбиҙәр хаҡында фильмдар ҡарай торғайным. Шунда “спецназ”да хеҙмәт итһәң ине, тип хыяллана инем. Тормошҡа ашты! Быға минең спорт менән дуҫлығым, һаулығымдың яҡшы булыуы булышлыҡ итте. – тип ғорур яуап бирҙе “Бариста”.
Яугир сит ерҙә Башҡортостандан бер нисә яҡташын осратыуы, шул тиклем шатланыуы хаҡында һөйләне. Хатта һөйләгәндә лә тауышы шундай ҡыуаныслы: егеттең яҡташтарына, тыуған иленә ҡарата ихтирамы, һөйөүенең көслөлөгө күренеп тора.
Ана шундай, “Бариста” һымаҡ ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған, ҡыйыу йөрәкле егеттәребеҙ булғанда, еңеү, һис шикһеҙ көттөрмәҫ!
Айнә Иманғолова.
Фото шәхси архивтан.