Өлгө алырлыҡ батырҙар етерлек

– Ялдарында яҙышып торабыҙ, заданиеға ебәрелгәндә бик бәйләнешкә сыға алмай. “Мин үкенмәйем, барыһы ла яҡшы буласаҡ”, – ти улым. Тап шулай булыр ҙа, – ти Нәркәс Мөҙәрис ҡыҙы. –  Йөрөгән ҡыҙы Эльвина менән яҙылышабыҙ тиҙәр ине, һуғыш бөтһөн, унан рәхәтләнеп туйҙар үткәрербеҙ, тинем. Буласаҡ киленебеҙ Башҡорт дәүләт педагогия университетында химия һәм биология уҡытыусыһы һөнәренә уҡый.

Өлгө алырлыҡ батырҙар етерлекӨлгө алырлыҡ батырҙар етерлек
Өлгө алырлыҡ батырҙар етерлек

– Рәмис, хәлдәреңде һөйләп, күҙгә күҙ ҡарашып аралашыуға бер нимә лә етмәй, ваҡыт табып, редакцияға инеп сыҡ әле, – тинем элекке уҡыусым Рәмис Ғәлиуллинға телефон аша аралашҡанда.

Нисектер бер ҙә генә тура килмәне күрешергә уның менән. Йә, ҡабалан ғына үтеп китә Иҫәнғол аша, ә мин Байышҡа барырға уйлағанда, ул  инде хеҙмәт иткән еренә юлланған була. Шулай ҙа телефон аша, йә әсәһенән Рәмистең хәлен белешеп торам.

Рәмис Ғәлиуллин 1-се һанлы Иҫәнғол мәктәбендә бер йыл ғына уҡып китте. Район үҙәгендә эшләгән әсәһе менән йәшәне. Уҡыуға шәп, әрһеҙ ине. Спорт менән дуҫ булды, йүгереүҙә гел беренсе килде. Артабан ғаилә сәбәптәре буйынса Өфөгә күсенеп, 97-се мәктәптә уҡыны, аҙаҡ технология колледжында                                электрик һөнәрен алып сыҡты ул.

Был ваҡытта Рәмистең атаһы Рәмил Зөфәр улы контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланған була, шуға ла 18 йәше тулған Рәмистең әрме хеҙмәтенә барыуын кисектереп торалар.

– Махсус хәрби операцияға барыуға килешеү төҙөгәнен мин дә, атаһы ла белмәй ҡалдыҡ. Оҙатып ҡуйығыҙ, мин армияға барам, тине. Өфөгә хәрби часкә алып барҙыҡ. Барғас та, күңелем һиҙенде инде, был бит “срочник”тар оҙатҡан ергә оҡшамаған, тием. Шунда ғына, ҡапҡанан инергә торғанда, контракт төҙөгәнен әйтте, – тип һөйләй Рәмистең әсәһе Нәркәс.

– “Срочник” булдың ни ҙә, МХО-ға барҙың ни? – ти ул аҙаҡтан.

Ике аҙналыҡ уҡыуҙа Рәмисте эвакуациялаусы медицина төркөмөндә эшләүгә әҙерләйҙәр. Алғы һыҙыҡҡа барып, тәүге сирҡаныу алғансы, өйрәнеп китеүе, әлбиттә, еңелдән булмай йәш егеткә. Тәүге тапҡыр яраланғандан һуң, шәбәйеп сыҡҡас, ул артиллеристар рәтендә хеҙмәтен дауам итә.

– Ялдарында яҙышып торабыҙ, заданиеға ебәрелгәндә бик бәйләнешкә сыға алмай. “Мин үкенмәйем, барыһы ла яҡшы буласаҡ”, – ти улым. Тап шулай булыр ҙа, – ти Нәркәс Мөҙәрис ҡыҙы. –  Йөрөгән ҡыҙы Эльвина менән яҙылышабыҙ тиҙәр ине, һуғыш бөтһөн, унан рәхәтләнеп туйҙар үткәрербеҙ, тинем. Буласаҡ киленебеҙ Башҡорт дәүләт педагогия университетында химия һәм биология уҡытыусыһы һөнәренә уҡый.

Нәркәс Мөҙәрис ҡыҙының ҡартаһы, Рәмистең ҡарт ҡартаһы Иҙрис Ильяс улы Дәүләтшин 1945 йылда Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусы ветерандарҙың береһе. Элмәле ауылында тыуып үҫкән егет һуғыш башланғансы механизатор булып эшләй. 1942 йылда фронтҡа саҡырылғас, тракторҙа боеприпастар ташый. Берлинға, Франктфуртҡа тиклем барып етә ул. 1945 йылда тыуған яҡтарына Еңеү менән ҡайтҡан яугир  колхозда тимерсе булып эшләй. “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгәне өсөн” миҙалы менән наградлана Иҙрис Ильяс улы. Бына бит, Рәмискә өлгө алырлыҡ батырҙар етерлек.

Әле Рәмис алыш ваҡытында тағы ла яраланған – контузия алған. Ныҡлап һауыҡҡансы, тылға сығарғандар, командировкаға ебәргәндәр. “Тормош юлы” төҙөүселәрҙе һаҡлаусы уҡсы ул. Үҙенең һуғыш шарттарына яраҡлаштырып үҙгәртеп алған “Нива”һында кәрәкле ҡорамалдарҙы ла ташып, Уның атаһы Рәмил ағай ҙа яраланып әлеге ваҡытта Мәскәүҙә госпиталдә дауаланыу курсы үтә. Аталы-уллы ил һағына баҫҡан Ғәлиуллиндарҙың тиҙерәк һауығыуҙарын теләйбеҙ! Әле гөрләтеп туйҙар үткәрәһе бар әле, Алла бирһә!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас