Ҡотҡарыуға арналған ғүмер

Гвардия прапорщигы Рөстәм Рим улы Тоҡомбәтовтың яҡты иҫтәлегенә

Ҡотҡарыуға арналған ғүмерҠотҡарыуға арналған ғүмер
Ҡотҡарыуға арналған ғүмер

Ҡасандыр сәңгелдәктә генә ятҡанында бәүетеп, уның нисек үҫеп, ир еткәнен күргән, туйында йөрөгән яҡыныңдың үлеме тураһында яҙыуҙан да ҡыйын нәмә юҡ икән... Кешелекле, изге, бигерәк йомшаҡ күңелле, шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ кеше ине Рөстәм мыртыйыбыҙ. Осрашҡанда уның ҡояш балҡығандай ихлас йылмайыуы һаман күҙ алдында. 

Рөстәм 1983 йылдың 11 ғинуарында Малиновка ауылында тыуып, Абзанда үҫте. Бәләкәй саҡтан уның өсөн ҡартаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Миңлеғәли Ғәлиәкбәр улы Дәүләтбәков ҡаһарманлыҡ өлгөһө булды. Медицина хеҙмәткәрҙәре мөхитендә үҫте мыртыйыбыҙ: әсәһенең туғандары Ғәлим – терапевт (Салауат ҡалаһында ренгентолог), Гөлдәр фельдшер һөнәрен һайланы. Әсәһе Рәсимә Миңлеғәли ҡыҙы ла бала сағында табип булыу тураһында хыяллана. Әммә яҙмыш уны икенсе юлдан алып китә, балаларға белем бирә. Уның тормошҡа ашмаған хыялы, күрәһең, улына ла күскән. Рөстәм дә үҙен медицина менән бәйләргә булып, Салауат медучилищеһында белем ала.

Әрме хеҙмәтен Наро-Фоминскиҙағы элиталы һауа-десанттары ғәскәрендә үткән Рөстәм 2013 йылда контракт төҙөп, Рязандәге 137-се гвардия парашют-десанты полкында хеҙмәтен дауам итә. Уны хеҙмәттәштәре ҡыйыу, ғәҙел һәм тыуған иленең ысын патриоты булғаны өсөн хөрмәт итә. Яҙмышын ВДВ менән бәйләһә лә, һөнәре буйынса фельшер булып ҡала Тоҡомбәтов. Хатта хәрби медицина өлкәһендә профессионал тиергә лә була. Сөнки уның иҫәбендә күп тапҡыр парашюттан һикереү генә түгел, ә яуҙаштарының ҡотҡарылған ғүмерҙәре лә... Рөстәм өсөн иҫән ҡалған һәр яугир – хеҙмәтенең иң юғары баһаһы.

Рөстәм Тоҡомбәтовтың хәрби географияһы бик киң: 2014 йылда Ҡырым Рәсәй составына ҡушылғас, улар ярымутрау халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итә; 2017 һәм 2019 йылдарҙа Сүриә Ғәрәп Республикаһына командировкаларҙа халыҡ-ара терроризмға ҡаршы көрәшә; унан – махсус хәрби операция. 2022-2023 йылдарҙа иң ҡыҙыу һуғыштар барған фронт һыҙығында – Соледар ҡалаһын, ә 2024–2025 йылдарҙа  Курск өлкәһен дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша. 

Херсон өлкәһендәге хәрби задание гвардия прапорщигы Тоҡомбәтов өсөн һуңғыһы була – 2026 йылдың 5 июнендә подразделение дошман дрондары һөжүменә дусар була. Рөстәм яралы иптәшен ут аҫтынан эвакуациялағанда сираттағы һөжүмдә уны кәүҙәһе менән ҡаплай – үлемесле ярсыҡтарҙы үҙ өҫтөнә ала.

Хәрби фельдшер, десантсы, ил һаҡсыһы. “Кубик” батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены (үлгәндән һуң), “Батырлыҡ өсөн”, Суворов, “Һәләк булғандарҙы ҡотҡарған өсөн”, “Хәрби батырлыҡтары өсөн”, “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Ҡырымды ҡайтарған өсөн”, “Курск өлкәһен азат иткән өсөн”, “Халыҡ-ара терроризмға ҡаршы көрәш өсөн” миҙалдарына лайыҡ була. Уларҙың һәр береһе яугирҙең ҡыҫҡа, әммә бай йөкмәткеле тормошоноң сағылышы. Әммә улар береһе лә геройҙы өйөнә ҡайтармаясаҡ... Рөстәм үҙенән һуң хәрби ҡаҙаныштар ғына түгел, ә тиҫтәләгән ҡотҡарылған ғүмерҙәр ҙә ҡалдырҙы. Уның төп бурысы — кешеләрҙе ҡотҡарыу һәм ул уны һуңғы минутына тиклем үтәне.

Рөстәм Рим улы үҙе хеҙмәт иткән, ғаиләһе – һөйөклө ҡатыны, ҡыҙҙары йәшәгән Рязань ҡалаһында, Геройҙар аллеяһында хәрби хөрмәт менән һуңғы юлға оҙатылды.

– Улым менән хушлашырға алыҫ юлды яҡынитеп бала саҡтан бергә уйнап үҫкән дуҫтары, класташтары итеп килеп етте, – ти Рәсимә апай. – Был улымдың уны бала саҡтан белгәндәрҙең йөрәгенә ни тиклем яҡын булыуын тағы бер дәлилләне.

Эйе, уның үлеме әсә күңелендә генә түгел, Рөстәмде белгән һәр кемдең йөрәгендә оло яра ҡалдырҙы. Был ҡайғыны һүҙҙәр менән йыуатып та булмай. Әммә Рәсимә Миңлеғәли ҡыҙы, Рөстәмдең һылыуы хаҡлы рәүештә ғорурлана ала: ул һуңғы һулышына тиклем үҙ бурысына тоғро ҡалған лайыҡлы кеше һәм ысын яугир тәрбиәләгән.

Рөстәм үҙе үҫкән Абзан ауылын, Ейәнсураны, Башҡортостанды ныҡ яратты. Аҙ ғына ялға ҡайтҡан арала ла урман-ҡырҙарға сығыра, Сусаҡтауға менергә ваҡыт табырға тырышты. Башҡорт йырҙарын яратты, матур итеп йырлай ҙа торғайны. 

Яугир булыу – мәңге йәшәү тигәнде аңлата. Сөнки яугирҙең рухы үлемдән көслөрәк. Уларҙың исеме – тарихта, батырлығы – халыҡ хәтерендә. Батырҙар үлмәй, улар мәңгелеккә күсә. Гвардия прапорщигы Рөстәм Туҡомбәтов тураһында яҡты хәтер был тыйнаҡ һәм ҡурҡыу белмәҫ кешене белгәндәрҙең йөрәгендә мәңге һаҡланыр.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас