

Һуңғы ялынан 15 ай, 460-лап көн үткәс, Үрге Муйнаҡ ауылынан “Башҡорт” позывнойлы яҡташыбыҙ йәнә ҡайтып китте. Яугиргә оҙаҡ ваҡыт отпуск бирмәүҙәренең сәбәбе – уның пилотһыҙ осоусы аппараттар менән идара итеүендә. Үтә лә яуаплы, етеҙлекте талап иткән был һөнәр эйәләре “таҫма артында” алтынға бәрәбәр.
2023 йылда контракт төҙөгән Рәфис Ғайсин махсус хәрби операцияла ҡатнашыуын оҙайлы вахтала эшләгән кеүек ҡабул итә. Әйтерһең, ул бер ҙә батырлыҡ түгел.
Яу яланында төрлө хәлдәр була. “Башҡорт”ҡа элекке һөнәрҙәре: физкультура уҡытыусыһы, тренер булыуы, спорт медицинаһы буйынса ла белеме бик ярҙам итә.
– Ата-бабалар ҙа ер-һыуҙы һаҡлап алышҡан, мин дә уларҙың юлын ҡабатлайым. Берҙән, тамырҙарымда көрәшселәр тоҡомоноң ҡыҙыу ҡаны аҡһа, икенсенән, был минең эш урыны. Ә эшләгәс, лайыҡлы эш хаҡы алғы ла килә. Был йәһәттән зарланырға урын юҡ, түләүҙәрҙе ваҡытында алып барам. Үҙем ҡырҙа булһам да дуҫтарым ярҙамында йорт, ҙур гараж эшләттем. Әле тағы ике участкам бар. Донъялар тынысланғас, ҡайтып инер үҙ йортом булһын тип тырышам, – ти Рәфис Ғайсин.
Зәлиә Байғусҡарова.
Февраль, 2025 йыл.