

Ҡамыр өсөн бер ҡап “Пышка” йәки “Хозяюшка” маргаринына 1 йомортҡа, 0,5 стакан шәкәр, бер балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, 300 грамм самаһы он (ҡамыр күпме ала) кәрәк була. Майҙы турап йәки ҡырғыс аша үткәреп, он ҡушабыҙ, йомортҡа менән шәкәрҙе айырым туҡыйбыҙ. Һуңынан ике массаны бергә ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Эслекте әҙерләгәнсе, ҡамырҙы һыуытҡысҡа ҡуйып торам.
Эслек өсөн бер стакан ҡаймаҡ, ике йомортҡа, 0,5 стакан шәкәр, ике аш ҡалағы крахмал, тәмләткестәр яратһағыҙ, ванилин ҡушырға була. Шәкәр эрегәнсе болғатырға кәрәк.
Мейес йылынғансы ҡамырҙы тигеҙ итеп йәйәбеҙ, уның ситен саҡ ҡына күтәреп ҡуйығыҙ. Эслек ағып сығырлыҡ булмаһын. Килеп сыҡҡан кәрзингә йәнегеҙ теләгән емеш-еләкте һалырға кәрәк. Ҡурай еләге, сейә, ҡарағат менән бик тәмле килеп сыға. Еләктең өҫтөнә әҙер эслекте ҡоябыҙ. Бәлеш 30–40 минутта бешеп сыға. Ул арала мәтрүшкәләп сәй бешереп ҡуйығыҙ.
Ялығыҙ йәмле үтһен, аштарығыҙ тәмле булһын!
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите