Аш-һыу Рецепты
4 Сентября 2021, 08:05

*КӨНДӘЛЕК КӘҢӘШ*

Йәшәгән йорттарыбыҙ Аллаһы Тәғәләнең нуры, бәрәкәте, фәтихаһы менән балҡыһын тиһәк, түбәндәге кәңәштәрҙе үтәргә кәрәк.

*КӨНДӘЛЕК КӘҢӘШ**КӨНДӘЛЕК КӘҢӘШ*
 *КӨНДӘЛЕК КӘҢӘШ*
  •  Ризыҡ бешерергә тотонорҙан алда тәһәрәтле булырға. 
  • Күхняға ингәндә "БисмиЛләһир-Рахмәниир- Рахиим" тип әйтергә. 
  • Әгәр ҙә эш күп, өлгөрөп булмай бер нәмәгә лә, асыу килә икән: " Ләә хәүлә үә ләә ҡеүүәтә иллә БиЛләһ!" ( Көс һәм Ҡеүәт тик Аллаһта ғына!" - тигән зекерҙе әйтергә. 
  • Бешерә башларҙан алда ризыҡтарға изге энергетика һеңһен, ашаған кешеләрҙең имандары нығынһын, изге ғәмәлдәр башҡарырға көс-дәрт килһен тип, ниәт итергә. 
  • Һатып алған ризыҡтарҙың бәрәкәте булһын өсөн "Әл-Кәүҫәр"һәм "Әл- Ҡадр" сүрәләрен уҡырға. 
  • Ашарға әҙерләгәндә "Ән-Нур" сүрәһенең 35- се аятын уҡыһаң - ғәилә лә үҙ-ара мөхәббәт, йөрәктәргә нур, бер-береһенә ҡарата әҙәп арта.
  • Плитаны тоҡандырғанда:" Аллаһүммә әджирин минән-нар" ( О Аллаһ! Тамуҡ утынан мине ҡурсала!) - тип доға ҡылырға.
  • Һыуҙы тотонғанда Мөхәммәд саллаЛаһу ғәләйһиссәләмдең шәфәғәтенә, "Кәүҫәр" шишмәләренән һыу эсергә өмөт итеп , бәйғәмбәребеҙ саллаЛаһу ғәләйһиссәләмгә салауат әйтергә:" Аллаһүммә салли ғәләә Мөхәммәдин үә әли Мөхәммәд" 
  • Емеш-еләк, йәшелсә, ит ризыҡтары тотонғанда:" Аллаһүммә инни әс'әлүкәль- джәннә" ( О Аллаһ! Ысынында мин Һинән Ожмах һорайым!" тип зекерҙәр әйтергә.
  • Бысаҡ ҡулланғанда "СөбхәәнәЛлаһ!"һәм "ӘлхәмдүлиЛләһ!" тип зекерҙәр әйтергә.
  • Ашарға әҙер булғас, 7 мәртәбә "Ҡурайш" сүрәһен уҡырға.
  • Ныҡ арығанда "Әғүҙү биЛләһи" тип зекер әйтергә.
  • Эш тамамланғас Аллаһы Тәғәләгә шөкөрҙәр итергә.
  • Имам Садиҡ разиаЛлаһу ганһу әйткән:" Әт-Тин" сүрәһен ризыҡҡа уҡыған һайын Аллаһ унан зарарлы нәмәләрҙе йырағайта һәм ул аш Аллаһтың нуры менән ауырыуҙарға шифа бирә."

Ошо һанап киткән ҡағиҙәләрҙе үтәгән кеше, һәр ваҡыт Аллаһты иҫкә ала, ә кем Аллаһты иҫкә ала, ул Аллаһы Тәғәләнең юлында иждиһат иткән кешегә тиң. (Хәҙистәргә нигеҙләнеп төҙөлдө).

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас