Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
5 Сентябрь 2021, 15:50

Ҡышҡылыҡҡа ашҡабаҡтан һут

Ашҡабаҡ уңдымы? Ҡышҡылыҡҡа ошондай һут эшләйек әле! Кәрәк: 7 кг ашҡабаҡ (таҙартылған, орлоҡһоҙ, тышһыҙ); 15 литр һыу; 8 әфлисун; 1,5 кг шәкәр; 2 аш ҡалағын өйөп лимон кислотаһы.

Ашҡабаҡ уңдымы? Ҡышҡылыҡҡа ошондай һут эшләйек әле!

Кәрәк:

7 кг ашҡабаҡ (таҙартылған, орлоҡһоҙ, тышһыҙ);

15 литр һыу;

8 әфлисун;

1,5 кг шәкәр;

2 аш ҡалағын өйөп лимон кислотаһы.

Ашҡабаҡты таҙартып, киҫәктәргә бүлергә, кәстрүлгә һалырға, өҫтөнән сыҡҡансы һыуыҡ һыу ҡойорға. Ҡайнау хәленә еткерергә. 8 әфлисунды уртаға ярып, һутын массаға һығырға, тышын да һалырға(ҡабаҡ бешкәс, әфлисундың тышын алып ташларға).

Шәкәр һәм лимон кислотаһын өҫтәргә.

Ҡабаҡ бешеп сыҡҡас, әҙерәк һыуытырға. Унан блендер менән иҙергә, йә иләк аша үткәрергә. Ҡайнау хәленә еткерергә, стреилләнгән банкаларға һалып ябырға.

Бик тәмле һут килеп сыға. Бөтә продукттарҙы икегә бүлеп эшләнем, сөнки бер генә  кәстрүлгә һыйманы. Бөтәһе 17 литр һут килеп сыҡты.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: