Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу/Рецепты
8 Сентябрь 2021, 12:45

Ҡабаҡ бәлеше

Ҡабаҡтар өлгөргән мәл. Төркөмдәштәр, ваҡыт табып, ҡабаҡ бәлеше бешереп ҡарағыҙ әле! Бер бәлешкә ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа, 50 гр шәкәр, 50 гр аҡ май, 10 гр тоҙ, ярты балғалаҡ аш һеркәһендә һүндерелгән сода, 200 гр кефир кәрәк.

Ҡабаҡ бәлеше
Ҡабаҡ бәлеше

Әсе ҡамырҙан бешерергә лә мөмкин. Ул осраҡта сода урынына 20 гр ҡоро сөпрә, кефир урынына һыу һалып, ҡамырҙы 1 сәғәт “күпертергә” кәрәк.

Эслек өсөн: 700 гр ҡабаҡ, 100 гр дөгө, 100 гр йөҙөм, 50 гр өрөк, 50 гр ҡара емеш алабыҙ. Бешкәс өҫтөнә иретеп ағыҙыу өсөн 50-100 гр аҡ май кәрәк булыр.

 Эш барышы

Өлгөргән ҡабаҡты урталай ярып, эсен орлоҡтан таҙартырға, ҡабығын әрсергә лә, ваҡ ҡына итеп турарға. Тоҙ һибеп, бер аҙ тоторға ла, бүленеп сыҡҡан һыуын һарҡытырға. Ҡабаҡҡа бүрттерелгән дөгө, йыуылға һәм һарҡытылған емештәр, шәкәр ҡомо һалып, һәйбәтләп болғатабыҙ.

Ҡамырҙы бөтә ингридиенттарҙы ҡушып баҫабыҙ ҙа, йәйәбеҙ. Эслек һалып, өҫтөн ҡаплайбыҙ ҙа, 1-1,5 сәғәткә духовкаға оҙатабыҙ. Бешеп сыҡҡас, өҫтөн асып, иретелгән аҡ май ҡоябыҙ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: