Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
12 Сентябрь 2021, 12:25

Төшкө ашҡа - "Французса ит"

Ҡыҙҙар! Күптәребеҙ яратып бешергән "Французса ит" (мясо по-французски) рецебының иң отошлоһон таптым бит әле! Бығаса йә картуфы һыулыраҡ, йә сыры, йә фаршы ҡорораҡ була ине. Ә бына быныһы самммай уңышлы бешкәне

Төшкө ашҡа - "Французса ит"
Төшкө ашҡа - "Французса ит"
Ҡыҙҙар! Күптәребеҙ яратып бешергән "Французса ит" (мясо по-французски) рецебының иң отошлоһон таптым бит әле! Бығаса йә картуфы һыулыраҡ, йә сыры, йә фаршы ҡорораҡ була ине. Ә бына быныһы самммай уңышлы бешкәне:

500 гр. тирәһе фаршҡа әҙ генә һөт һалып + уртаға ярылған һарымһаҡ тештәре + тоҙ + борос өҫтәп = болғатып, ситкә ҡуйып тороғоҙ. Һөт фаршты һутлы, йомшаҡ итә.

Табаны майлап, иң тәүҙә 5-6 эре картуф турап йәйәбеҙ (йоҡа ғына телемләп киҫергә лә, фри кеүек һаламлап турарға ла мөмкин) + сама менән тоҙ, борос, тәмләткестәр һибәбеҙ + 3-4 баш һуғанды дүңгәләкләп турап йәйәбеҙ + ошоларҙың өҫтөнә әҙер фаршты һалабыҙ + 2-3 помидорҙы түңәрәкләп теҙеп (помидор урынына бәшмәк һалырға ла мөмкин) + иң өҫкә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы ҡаймаҡ, йә майонез менән бутап һылайбыҙ. Сыр бөтә ризыҡты ҡаплап, бығып бешергә тейеш.

170-180 градуслы мейестә 1 сәғәт, 20 минут тирәһе бешерәбеҙ. Өҫтө артыҡ ҡыҙармаһын тиһәгеҙ, фольга менән ҡаплап ҡуйырға була.

Иҫ киткес тәмле, туҡлыҡлы, батшалар һыйы әҙер! Аштарығыҙ тәмле, ялығыҙ файҙалы булһын, ҡәҙерле дуҫтар!
 
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: