Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
13 Сентябрь 2021, 17:45

Киске табынға - ҡыҙҙырылған бауыр

Кискә табынға нимәләр әҙерләнегеҙ, дуҫтар? Ошондай  ҡыҙҙырылған тәмле генә бауыр тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын!

Тауыҡ бауыры бик тиҙ әҙерләнә. Уның өсөн 0,5 кг бауыр, ике-өс аш ҡалағы горчица, 2 аш ҡалағы аҡ май, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, он, тоҙ борос кәрәк.
 
Тәүҙә бауырҙы йыуып турайбыҙ. Тоҙ, боросто он менән бергә бутайбыҙ. Бауырҙы шул ҡатнашмала әүәләйбеҙҙ. Артабан табала аҡ май һәм үҫемлек майын йылытып, бауырҙы ҡыҙарғансы көслө утта ҡыҙҙырабыҙ. Шунан горчица өҫтәп, болғатып, тағы ла 10-15 мин  ҡыҙҙырабыҙ.
 
Быны теләгән гарнир менән бирергә мөмкин.
 
Аштарығыҙ тәмле булһын!
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: