Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
15 Сентябрь 2021, 12:35

ТАУЫҠ ИТЕНӘН РУЛЕТ

Республиканың иң уңған килене Зөбәржәт Үтәрбаеваның тәмле лә, файҙалы ла, һәр табындың йәме булырҙай был рулеты һеҙҙең күңелегеҙгә лә хуш килер, дуҫтар!Аштарығыҙ тәмле булһын!

ТАУЫҠ ИТЕНӘН РУЛЕТ
ТАУЫҠ ИТЕНӘН РУЛЕТ

1 тауыҡ

2-3 йомортҡа

ярты ҡыҙыл борос

сыр (*борос һәм сыр урынына ҡара емеш, күрәгә һалырға була)

тоҙ, борос, йәшел үләндәр

Тауыҡтың түш итен урталай киҫеп. 2 киҫәк ит сыға, тиреһе ҡала.Филе ите булған өлөшөн урталай киҫергә. Иттең өҫтөн салафан төргәк менән ҡаплап, махсус сүкеш ярҙамында бер аҙ йомшартып алырға кәрәк.Йомортҡаларҙы сәнске менән туғып, ҡоймаҡ итеп бешереп алырға, боросто, сырҙы оҙонса итеп киҫергә.Иткә сама менән тоҙ, борос һибергә. Иттең өҫтөн ҡоймаҡ менән ҡаплап, бер яғына борос менән сырҙы һалғас, рулет итеп төрәбеҙ. Артабан уны аҙыҡ-түлек пленкаһы менән яҡшылап уратырға, остарын бәйләргә кәрәк. 1 тауыҡтан 2 рулет сыға

🔻 Ҡайнар һыуҙа 45 минут бешерергә. Бер нисә урындан энә менән тишеп алырға.

🔻 Әҙер рулеттың өҫтөнә һыуынғансы берәй ауыр әйбер һалырға. Күберәк эшләһәгеҙ, бешкән рулеттарҙы туңдырғыста һаҡларға була.

Тәмле лә, файҙалы ла, һәр табындың йәме булырҙай был рулет һеҙҙең күңелегеҙгә лә хуш килер, дуҫтар 🙏Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: