Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
19 Сентябрь 2021, 12:45

Тәмле һәм еңел генә бәшмәк ашы берешеп ҡарағыҙ әле

Бешереү өсөн 500 гр бәшмәк, 50 гр аҡ май, 2 л һыу, 5 дана картуф, 2 дана кишер, 1 дана петрушка тамыры, 1 баш һуған, 30 мл шыйыҡ май, 1 дана лавр япрағы, тәм буйынса тоҙ һәм ҡара борос кәрәк булыр.

Тәмле һәм еңел генә бәшмәк ашы берешеп ҡарағыҙ әле
Тәмле һәм еңел генә бәшмәк ашы берешеп ҡарағыҙ әле

Иң тәүҙә бәшмәкте йыуабыҙ ҙа, пластинкалар менән турап, аҡ майҙа ҡыҙҙырып алабыҙ. Ҡыҙҙырылған бәшмәктәрҙе кәстрүлгә күсереп һалабыҙ ҙа, 2 литр ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут яй утта бешерәбеҙ.

Бәшмәк бешкәнсе, картуфты - оҙонса итеп, кишер, петрушка тамырын һәм һуғанды ваҡ ҡына кубиктарға турайбыҙ.

Шыйыҡ майҙы табала ҡыҙҙырабыҙ ҙа, һуғанды "алтын" төҫкә ингәнсе бешерәбеҙ. Шунан өҫтөнә петрушка тамырын һәм кишер һалып, тағын 5-7 минут ҡыҙҙырабыҙ. 

Әҙер йәшелсәләрҙе бешеп ултырған бәшмәккә ҡушабыҙ ҙа, тағы 20-30 минут, картуф бешкәнсе ҡайнатабыҙ.

Был ашҡа ҡаймаҡ һалып ашаһаң, тағы ла тәмлерәк була!

Аштарығыҙ тәмле булһын!

 
 
 
 
 
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: