Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
20 Сентябрь 2021, 14:35

Ә һеҙ сөгөлдөрҙән бәлеш бешереп ҡарағанығыҙ бармы?

Булмаһа, бик тәмле һәм еңел рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Ә һеҙ сөгөлдөрҙән бәлеш бешереп ҡарағанығыҙ бармы?
Ә һеҙ сөгөлдөрҙән бәлеш бешереп ҡарағанығыҙ бармы?

Был бәлеште бешереү өсөн беҙгә уртаса ҙурлыҡта бер сөгөлдөр, 100 грамм кукуруз оно, бер йомортҡа, бер бал ҡалағы разрыхлитель, 100 грамм чернослив, ике-өс аш ҡалағы шәкәр, бер аш ҡалағы зәйтүн майы, тәм буйынса тоҙ кәрәк була.

Бешкән сөгөлдөрҙө блендерҙан үткәрәбеҙ. Әҙер пюреға йомортҡаның һарыһын, зәйтүн майын, шәкәр һәм тоҙ ҡушып, бутайбыҙ. Черносливты ла ваҡ ҡына итеп турап, шул массаға ҡушабыҙ. Артабан он һәм разрыхлитель өҫтәйбеҙ. Айырым һауытта йомортҡаның ағына тоҙ ҡушып туҡыйбыҙ. Шунан уны ла сөгөлдөрлө массаға өҫтәйбеҙ.

Табаны әҙ генә майлап, массаны ҡоябыҙ. 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейестә 30-35 минутҡа ҡалдырабыҙ.

Бәлештең әҙерлеген шырпы ярҙамында тикшереп була. Төртөп ҡарайбыҙ ҙа, әгәр шырпы ҡоро килеш ҡалһа, тимәк бәлеш әҙер! Үҙегеҙҙең теләк буйынса биҙәһәгеҙ ҙә була.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

 

 

 

 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: