Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
22 Сентябрь 2021, 12:45

Хужабикәләр, һеҙ Хамир Хасип бешереп ҡарағанығыҙ бармы?

Булмаһа, рецептын тәҡдим итәбеҙ, мотлаҡ эшләп ҡарағыҙ!

Хужабикәләр, һеҙ Хамир Хасип бешереп ҡарағанығыҙ бармы?
Хужабикәләр, һеҙ Хамир Хасип бешереп ҡарағанығыҙ бармы?

Хамир Хасип - үзбәктәрҙең ризығы. Бик тәмле һәм туҡлыҡлы килеп сыға.

Ҡамырын әҙерләү өсөн беҙгә – 650-700 грамм он, 250 мл һыу, 1,5 балғалаҡ тоҙ, бер аш ҡалағы үҫемлек майы, эслеген әҙерләүгә 500 грамм фарш, дүрт һуған, 200 грамм дөгө, тоҙ, борос, паприка һәм зира кәрәк буласаҡ. Подлив эшләү өсөн ике һуған, бер-ике болгар боросо, өс аш ҡалағы томат пастаһы, 50 мл үҫемлек майы, бер теш һарымһаҡ, тоҙ һәм борос кәрәгер.

Иң тәүҙә эслеген әҙерләп ҡуяйыҡ. Дөгөнө яртылаш бешкәнсе ҡайнатып алабыҙ. Һуғанды ваҡ ҡына итеп турап, фаршҡа ҡушабыҙ. Уға һыуынған дөгөнө, тоҙ, борос һәм ҡалған тәмләткестәр өҫтәп болғатабыҙ. Әҙер массаны һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Артабан ҡамыр әҙерләүгә тотонабыҙ. Бер стакан һыуға тоҙ һалып болғатабыҙ. Һауытҡа он һалабыҙ, уға май һәм тоҙло һыуҙы ҡоябыҙ. Башта ҡалаҡ менән бутайбыҙ, шунан ҡул менән ҡамыр баҫабыҙ. Биш минут тирәһе баҫҡандан һуң, пленка менән ҡаплап, 20 минутка ҡалдырабыҙ.

Ваҡыт үткәс, ҡамырҙы 2-3 өлөшкә бүлеп, ҡалынлығы яҡынса 1 миллиметр булырлыҡ,  нәҙек кенә итеп йәйәбеҙ һәм 8-10 сантиметр ҙурлыҡтағы квадраттарға ҡырҡып сығабыҙ. Бер аш ҡалағы эслекте квадрат эсенә һалабыҙ ҙа, камырҙы конверт итеп бөкләп, трубочкаға төрәбеҙ.

Манты бешергесте майлайбыҙ ҙа, трубочкаларҙы һалып, парҙа 35 минут бешерәбеҙ.

Хамир Хасип бешкәнсе, подлив әҙерләйбеҙ. Һуғанды ваҡ өлөштәргә турайбыҙ ҙа табала үҫемлек майында алтын төҫкә ингәнсе ҡурабыҙ. Уға ваҡ итеп туралған болгар боросон,  һарымһаҡты һәм томат пастаһын өҫтәйбеҙ. Тағы өс минут ҡурабыҙ. Шунан әҙерәк һыу ҡойоп, ҡапҡас ябып, яй утта 10 минут бешерәбеҙ. 

Ризыҡ әҙер! Өҫтәлгә ултыртҡанда, трубочкаларҙың өҫтөнә подлив ҡойоп, йәшел һуған һалып бирергә була. Аштарығыҙ тәмле булһын!

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: