Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
28 Сентябрь 2021, 12:33

Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын, төркөмдәштәр!

Әйҙәгеҙ, балыҡ менән запеканка бешереп ашайыҡтар!

Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын, төркөмдәштәр!
Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын, төркөмдәштәр!

Запеканка өсөн 350 гр бағры балығы, 60 гр һуған, 50 гр шпинат, 70 гр туң борсаҡ, 3 йомортҡа, 180 гр йогурт, 125 гр моцарелла, саҡ үҫемлек майы кәрәк булыр.

1. Һуғанды ярымдүңгәләкләп ҡырҡып, майҙа ҡыҙҙырабыҙ. Өҫтөнә балыҡты һалып, 1-2 минут ҡыҙҙырып алабыҙ. Формаға һуған менән балыҡты һалабыҙ. Шпинатты 1-2 минут ҡайнар һыуға тығып алабыҙ ҙа, формаға борсаҡ менән ҡатлап һалабыҙ. Йомортҡаға йогурт, тәмләткестәр ҡушып болғап, формаға ҡоябыҙ. Өҫтөнә туралған моцарелланы һалып сығабыҙ ҙа, 180-200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейескә ярты сәғәткә оҙатабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: