+14 °С
Болотло
400 гр он, 200 га аҡ май, 1/3 балғалаҡ тоҙ, ике аш ҡалағы шәкәр, алты-һигеҙ аш ҡалағы һыуыҡ һыу, еләк, бер галетаға бер аш ҡалағы кукуруз крахмалы һәм шәкәр, өҫтөнә һөртөр өсөн йомортҡаның һарыһы кәрәк булыр.
Ондо, тоҙҙо, шәкәрҙе бутайбыҙ, һыуыҡ аҡ май өҫтәйбеҙ һәм ҡул менән ваҡлайбыҙ (перетераем в крошку). Әҙ-әҙләп һыуыҡ һыу ҡойоп, ҡамырҙы баҫабыҙ. Полиэтилен пакетҡа һалып, 40 минутҡа һыуытҡыста ҡалдырабыҙ.
Ваҡыт үткәс, ҡамырҙы йәйәбеҙ, өҫтөнә крахмал һибәбеҙ ҙә, нәҙек итеп ҡырҡылған еләкте теҙәбеҙ. Өҫтөнә шәкәр һибәбеҙ. Галетаның ситен бөгәбеҙ ҙәм йомортҡаның һарыһын һөртәбеҙ.
180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 30-40 минут бешерәбеҙ. Еләкле галета әҙер!
Аштарығыҙ тәмле булһын!