Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
15 Октябрь 2021, 12:51

Меренгалы рулет

Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын! Йәтеш кенә әҙерләнә торған меренгалы рулет рецебын һеҙҙең ҡарамаҡҡа ҡуябыҙ. Эшләнеү барышы сайтта килтерелгән.  Кәрәк: 5 йомортҡа ағы, ҡалаҡ осонда тоҙ, 20 гр крахмал, 70 гр шәкәр пудраһы. Крем: 100 гр эремсек сыры, 100 гр  йомшаҡ һыйыр майы, 50 гр  шәкәр пудраһы.

 

  1. Йомортҡа ағына тоҙ һалып миксер менән ҡабарта башлайбыҙ, унан шәкәр ҡомо өҫтәп, тәүҙә әкрен генә, унан иң көслөһөнә ҡуйып ҡабартыуҙы дауам итәбеҙ. Масса ҡуйыра башлағас, крахмал һәм шәкәр пудраһы өҫтәп, тағы бер аҙ ҡабартабыҙ.
    2. Килеп сыҡҡан массаны пергаментлы табаға йәйәбеҙ ҙә, алдан йылытылған духовкаға 30 минутҡа ҡуябыҙ. Өҫтө ҡыҙарып, ярылып китә башлаһа, әҙер тигән һүҙ.
    3. Унан пергаменттан алып, пищевая пленка  менән рулет итеп төрөп ҡуябыҙ.

Крем:

Йомшаҡ һыйыр майы, эремсек сыры һәм шәкәр пудраһын миксер мн һәйбәтләп болғатабыҙ. Кремыбыҙ әҙер ҙә.

Унан пищевая пленкаға төргән ҡамырыбыҙ эсенә һылайбыҙ ҙа, яңынан рулет итеп төрәбеҙ. Өҫтөн биҙәргә лә алып ҡалабыҙ кремды.

Һәм үҙегеҙ теләгәнсә биҙәйбеҙ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: