Аш-һыу Рецепты
22 Октября 2021, 07:45

Тиҙ әҙерләнә торған итле бәлеш

1 стакан кефирға ярты сәй ҡалағы сода һалып туҡырға. 5 минуттай ултыртып торғас уға 2 йомортҡа, ярты сәй ҡалағы тоҙ һәм 1 стакан он һалып шыйыҡ ҡына ҡамыр әҙерләргә...

Добавить в предпочтительные источники Google
Тиҙ әҙерләнә торған итле бәлешТиҙ әҙерләнә торған итле бәлеш
Тиҙ әҙерләнә торған итле бәлеш

1 стакан кефирға ярты сәй ҡалағы сода һалып туҡырға. 5 минуттай ултыртып торғас уға 2 йомортҡа, ярты сәй ҡалағы тоҙ һәм 1 стакан он һалып шыйыҡ ҡына ҡамыр әҙерләргә. Майланған табаға ҡамырҙың яртыһын ҡойорға ла, өҫтөнә фарш һалғас ҡалған яртыһын ҡойоп ҡайнар духовкала 40 минут бешереп алырға.

Фарш әҙерләү:
300 грамм һарыҡ йәки һыйыр итен ит турағыс аша үткәреп 2 баш һуған, 3-4 тырнаҡ һарымһаҡ, тоҙ, борос һалып бутарға кәрәк.

Автор:Альмира Аюпова