Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу/Рецепты
26 Октябрь 2021, 12:45

Хәлүә

Яратаһығыҙмы был тәмлекәсте? Ысынында иһә хәлүәне өйҙә әҙерләүе бик еңел! Был татлы ризыҡ өсөн: 350 г таҙартылған көнбағыш, 1,5 стакан он, 1 стакан шәкәр ҡомо, 0,5 стакан һыу, 150 мл үҫемлек майы кәрәк.

Хәлүә
Хәлүә

Әҙерләү тәртибе:
Көнбағышты алтынһыу төҫкә кергәнсе ҡоро табала ҡыҙҙырырға, ит турағыс аша үткәрергә. Айырым ҡоро табала ондо ҡыҙҙырырға кәрәк. Көнбағышҡа ҡыҙҙырылған ондо ҡушып болғатырға. Һыуҙан һәм шәкәрҙән 10 минут дауамында сироп ҡайнатырға. Масса шыйыҡ та, ҡаты ла булырға тейеш түгел. Көнбағыш, он, сироп һәм үҫемлек майын бергә миксер ярҙамында болғатырға. Һалҡын үҫемлек майы сироп менән шунда уҡ бер массаға әйләнә.

Бер төрлө ҡушылма барлыҡҡа килгәс, төрлө емештәр һәм сәтләүектәр өҫтәп һалырға була.

Һуңынан хәлүәне целлофан пакет йәйелгән табаға һалырға, тығыҙлап тигеҙләргә һәм һыуытырға.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: