Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
29 Октябрь 2021, 17:50

Сөгөлдөр менән маринадланған кәбеҫтә

Бик тәмле була!

Сөгөлдөр менән маринадланған кәбеҫтә
Сөгөлдөр менән маринадланған кәбеҫтә

* 2 кг кәбеҫтә
* 2 эре кишер
* 1 эре сөгөлдөр
* тәменә ҡарап һарымһаҡ, әсе борос.

* 1л һыу
* 150 гр шәкәр
* 2.5 аш ҡалағы тоҙ
* 2 лавр япрағы
* 3 хуш еҫле борос
* 150 гр 9% аш һеркәһе.
Маринадты әҙерләгәндә барыһын бергә һалып ҡайнатабыҙ ҙа, ҡайнап сыҡҡас аш һеркәһен ҡушабыҙ.

2 кг ауырлыҡтағы кәбеҫтәне шаҡмаҡлап турап сығабыҙ. 2 кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Сөгөлдөрҙө эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ йә булмаһа ваҡ итеп турайбыҙ.
Хәҙер инде кәстрүлгә ҡатлап-ҡатлап һалыр кәрәк буласаҡ: башта кәбеҫтә, унан кишер-сөгөлдөр-кәбеҫтә... Һәр ҡатҡа ваҡлап туралған һарымһаҡ һибеп сығырға онотмайбыҙ. Әсе, яндырай булғанды яратыусылар әсе борос турап ҡуша ала. Бына әҙер, тип әйтһәк тә була. Эҫе маринад ҡойорға ғына ҡалды. Тәрилкә йә йәтешерәк ҡапҡас менән баҫтырып ҡуябыҙ. Өс көндән сөгөлдөр менән маринадланған кәбеҫтәбеҙ әҙер була.
Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: