Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
24 Ноябрь 2021, 17:50

БИК ТИҘ ГЕНӘ ӘҘЕРЛӘНӘ ТОРҒАН РУЛЕТ

500 гр иҙелгән картуфҡа ҡыҙҙырып 500 гр шампиньон һәм 200 гр һуған, 100 гр май, туралған йәшел һуған һалаһың.

Тоҙ, борос тәменсә ҡушаһың да, барыһын бергә болғап лаваш өҫтөнә йәйеп һалаһың. Рулет итеп төрөп ҡырҡаһың да, киҫәктәргә бүлеп туҡылған  йомортҡала болғап алғас, духовкала тотоп алырға йәки газ өҫтөндә табала ҡыҙҙырырға була.

Бик тәмле килеп сыға!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: