+28 °С
Болотло


Салаттың эшләнеше былай:
300 гр шампионьон бәшмәген - һаламлап, һуғанды ярымдүңгәләк итеп турайбыҙ ҙа, кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп, һәр ҡайһыһын айырым-айырым майҙа ҡыҙҙырып алабыҙ. Ҡыярҙы һаламлап турайбыҙ ҙа, фасолде сайып алабыҙ.
Барыһын да бергә бутап, майонез (зәйтүн майы һалырға ла мөмкин), тоҙ, бороҫ һәм йәшел тәмләткемтәр өҫтәйбеҙ.
Салат әҙер! Табындарығыҙ - йәмле, ризыҡтарығыҙ тәмле булһын!