Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу/Рецепты
16 Ғинуар 2022, 18:50

Сәйгә эремсекле ҡамырҙан тәмлекәс

Эремсекле ҡамырҙан бик тәмле  ризыҡтар әҙерләп була. Бөгөн яҡындарыбыҙҙы эремсекле ҡамырҙан алмалы тәмлекәс менән һыйлап алайыҡ!

Сәйгә эремсекле ҡамырҙан тәмлекәс
Сәйгә эремсекле ҡамырҙан тәмлекәс
Эремсекле ҡамырҙан алмалы тәмлекәс
Ҡамыр өсөн кәрәк:
- Эремсек- 150 г. 
-Шәкәр - 75 г.
-Йомортҡа - 1 шт.
-Тоҙ- бер семтем
-Көнбағыш майы - 6 аш ҡалағы 
-Ванилин - 1 пакетик
-Он - 250 г.
-Разрыхлитель - 1 пакетик
Эслек өсөн:
-Алма - 3 шт.
-Шәкәр- 100 г.
-Корица - 1 бал ҡ.  
-Мәк - 1 аш ҡ.
Ҡамырҙы бөтә ингредиеттарын ҡушып баҫып, 20 минутҡа урап һалып торабыҙ. Алманы киҫәктәргә бүләбеҙ. Ҡамырҙы икегә бүлеп 24 см диаметрлы, 5 мм ҡалынлыҡта йәйбеҙ, 8 секторға ҡырҡабыҙ. Һәр өсмөйөштә 3 киҫек (надрез) яһап, ҡалын яғына алманы теҙеп, өҫтөнә шәкәр менән корица һибәбеҙ. Нәҙек яғын әйләндереп конверт яһайбыҙ.Әҙер конверттарҙы майлы табаға теҙеп, өҫтөн 1 йомортҡа һарыһы һәм 0,5 стакан һөт ҡушылмаһы менән һөртөп, мәк һибеп 25 минут тирәһе, алтын төҫкә ингәнсе духовкала бешереп алабыҙ. Яҡындарығыҙға мотлаҡ оҡшар!
 
Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: