

ӘҘЕРЛӘҮ:
Кәбеҫтәне 4 өлөшкә бүлеп, кәстрүлгә һалып, һыу ҡоябыҙ ҙа, ҡайнап сыҡҡас, 8-10 минут бешереп алабыҙ. Кәбеҫтәне эҫе килеш иләккә һалып, һарҡытабыҙ. Унан һуған ҡушып ит тартҡыстан үткәрәбеҙ ҙә, ваҡланған һарымһаҡ, укроп, тоҙ, борос, он һәм манный ҡушып, кәтлит массаһын әҙерләйбеҙ. Кәтлиттәрҙе әүәләйбеҙ (быны һыу ҡулдар менән эшләү уңайлыраҡ). Ваҡланған сухариҙа әүәләйбеҙ ҙә, ҡыҙған майҙа ике яҡтан да ҡыҙҙырабыҙ.
Аштарығыҙ тәмле булһын!