Аш-һыу Рецепты
27 Ғинуар 2022, 07:50

ЕМЕШ БӘЛЕШЕ

150 грамм йылы һөткә 150 грамм иретелгән аҡ май (йылы), 1-2 аш ҡалағы майонез, ярты сәй ҡалағы тоҙ, семетеп кенә сәй содаһы, он һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Уны 20 минут самаһына табаҡ менән ҡаплап ҡуябыҙ ҙа эслек әҙерләүгә тотонабыҙ.

ЕМЕШ БӘЛЕШЕЕМЕШ БӘЛЕШЕ
ЕМЕШ БӘЛЕШЕ

Эслек өсөн тоҙло һыуҙа бүрттереп (бешер-бешмәҫ) алынған 2 стакан дөгө ярмаһы, емештәр (күрәгә, ҡара емеш, йөҙөм емеше), 2-3 аш ҡалағы шәкәр ҡомы, 1 сәй ҡалағы тоҙ (тәменә ҡарап), иретелгән аҡ май кәрәк.

Ҡамыр ял иткән арала эслек әҙерләйбеҙ. Дөгөнө тоҙло һыуҙа бүрттереп (дөгө иҙелеп бөтмәһен) алабыҙ, һөҙәбеҙ, һалҡын һыу менән йыуып алабыҙ. Дөгөгә алдан әҙерләп ҡуйылған емештәрҙе, шәкәр ҡомон, тоҙ, аҡ май һалып, яҡшылап саҡ ҡына болғатабыҙ. Ҡамырыбыҙҙы йәйеп, эслекте һалып, өҫтөн ҡаплап, бәлешебеҙҙе яһап, ҡыҙған мейескә бешерергә ҡуябыҙ.

40- 45 минут, алһыу төҫкә ингәнсе бешерәбез, алып, майлап аҙ ғына ҡаплап торабыҙ.
Емеш бәлеше менән сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас