

Харчо өсөн:
Һурпа өсөн һөйәкле ит (һыйыр ите булыуы мотлаҡ!);
2 һуған (береһен итте бешергәндә һурпаға һалып ебәрәбеҙ);
1 кишер;
3-4 помидор (йә 2-3 аш ҡалағы томат пастаһы);
тоҙ;
ҡыҙыл һәм ҡара борос;
“Хмели Сунели”, “Тимьян” тәмләткестәре;
3 теш һарымһаҡ;
петрушка, кинза;
50-100 г дөгө кәрәк.
Әҙерләү
Итте бешереп алғас. Ваҡлап турайбыҙ.
Һуғанды, кишерҙе, һарымһаҡты табала ҡыҙҙырабыҙ.
Унда итте һалып, томат һәм тәмләткестәрҙе өҫтәйбеҙ ҙә, 1-2 мин быҡтырабыҙ.
Барыһын да һурпаға һалып, дөгө өҫтәйбеҙ.
Дөгө бешеп сыҡһа, харчо әҙер! Ашығыҙ тәмле булһын!