

Кәрәк:
Ыҫланған (копчёный) ит - 800 гр тирәһе
Борсаҡ - 2 стакан
Һуған - 3 дана
Кишер - 2 дана
Картуф - 4-5 дана
Көнбағыш майы
Тәмләткестәр.
Бешереү: Ит менән борсаҡты яҡшылап йыуабыҙ ҙа кәстрүлгә һалып, утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сығыуға өҫтөнән туртаһын һөҙөп алабыҙ ҙа, 1 сәғәт талғын утта ҡайнатабыҙ. Унда туралмаған килеш 1 һуған менән 1 кишерҙе һалабыҙ, тағын 30 минут ҡайнатабыҙ.
Ярты сәғәт уҙыуға кишер менән һуганды алабыҙ ҙа, картуф һалабыҙ.
5-10 минуттан өҫтөнә көнбағыш майында табала ваҡ итеп турап ҡыҙҙырған һуған менән кишерҙе, лавр япрағы һәм ҡара борсаҡ борос һалып, 10 минут тирәһе ҡайнатабыҙ ҙа, уттан алып ҡапҡас менән ҡаплап ҡуябыҙ.
Тарелкаларға бүлгәс, өҫтөнә йәшел тәмләткестәр һалып ебәрһәк, борсаҡ ашы тағы ла тәмлерәк булыр.
Аштарығыҙ тәмле булһын!