Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
7 Февраль 2022, 12:35

Картуф таяҡсалары

Был таяҡсаларҙы мейестә бешерергә лә, майҙа ҡыҙҙырырға ла була. Табынға үҙегеҙгә оҡшаған соус менән бирегеҙ – яҡындарығыҙ тағы ла бешереүегеҙҙе үтенәсәк!

Картуф таяҡсалары
Картуф таяҡсалары

Был ризыҡты әҙерләү өсөн 3-4 уртаса картуфты таҙартып, тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Һыуын түге, иҙәбеҙ ҙә бер аҙ һыуытып, 1 йомортҡа, 50 гр аҡ май, 50 гр сыр, самалап тоҙ, боро, 150 гр он өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ. Уны бер аҙ ял иттерәбеҙ.

Ҡамырҙы 1 см ҡалынлыҡта йәйеп, таяҡсалар ҡырҡабыҙ. Уларҙы майлы табаға теҙеп, мейестә, 180 градуста 20-25 минут бешерәбеҙ. Майҙа ҡыҙҙырырға ла була.

Табынға үҙегеҙгә оҡшаған соус менән бирегеҙ – яҡындарығыҙ һис шикһеҙ бындай таяҡсаларҙы йәнә бешереүегеҙҙе һораясаҡ!

Тәмле булһын!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: