Бер ҙур ғына балыҡты (горбуша) ҡырып таҙартып йыуып, ҙурыраҡ ҡына киҫәктәргә киҫеп сығырға (нисә кеше шул сама киҫәктәргә бүлергә мөмкин), самалап ҡына, күп итмәй генә тоҙ (бер сәй ҡалағы ғына тирәһе тоҙ) һибеп ыуалап сығырға.
Картуфты күберәк алырға мөмкин, сөнки бик тәмле булып балыҡ тәме һеңеп кенә бешә, һә тигәнсе ашап бөтөлә, етмәй ҙә ҡала, бер табаҡ йоҡағыраҡ итеп туралған картуф. Самалап ҡына тоҙ, аштәмләткестәр һалып (тоҙло булыуы мөмкин), бер-ике аш ҡалағы көнбағыш майы тамыҙып, әҙерәк (1-2 аш ҡалағы) майонез да ҡушып ҡул менән болғап алырға, ҡара борос та һалырға мөмкин.
Бер ҙур ғына кишерҙе йыуып, оҙонсалай итеп ҡырғыс аша ҡырырға, аштәмләткестәр, майонез һалып болғарға, салат кеүек масса килеп сығырға тейеш.
Бешерә торған противеньде майларға, иң төбөнә картуфты һалырға, өҫтөнә эре итеп түңәрәкләп бер ҙур баш һуғанды һалып сығырға, балыҡтарҙы һалырға, уларҙың араһына кишерҙән эшләнгән эслекте һалырға. Өҫтөн фольга менән ҡаплап ярты сәғәттәй бешерә бирҙем дә, унан һуң фольганы алып ташлап, бер-аҙ саҡ ҡына ҡайнар һыу ҡойоп бешереүҙе дауам иттем тағы ла ярты сәғәт, бөтәһе бер сәғәт ваҡыт эсендә тәмле еҫтәр сығарып бешеп сыҡтылар, иҫ китмәле тәмле булды, бешереп ҡарағыҙ!
Гөлгөнә Байегетова сәхифәһенән.