Аш-һыу Рецепты
11 Февраля 2022, 07:28

Ошолай бешергәндә фрикаделька тәмлерәк була

0,5 кг фарш, 1 һуған, 1 йомортҡа, 2 аш ҡалағы манный, самалап тоҙ, борос, тәмләткестәр алабыҙ. Соус өсөн бер татлы борос, 3 помидор, 1 аш ҡалағы томат пастаһы, самалап тоҙ, тәмләткестәр, 100 мл һыу һәм 200 гр сыр кәрәк. 

Эшләнеше:

  1. Фаршҡа һуған, йомортҡа, манный, тоҙ, борос һалып, тигеҙ итеп болғайбыҙ. Фрикаделькаларҙы әүәләп, формаға теҙәбеҙ ҙә, 200 градус эҫелектәге духовкаға 25-30 минутҡа оҙатабыҙ.
  2. Соусын әҙерләү өсөн татлы боросты ҡыҙҙырабыҙ. Уға иҙелгән помидорҙар, томат пастаһы һалабыҙ, тоҙ, тәмләткестәр һәм, иң аҙаҡтан, һыу өҫтәйбеҙ.
  3. Форманы сығарып, фрикаделькалар өҫтөнә соус ҡойоп, ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һибәбеҙ ҙә, йәнә 20 минутҡа мейескә оҙатабыҙ.

Тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡ әҙер! Тәмле булһын!

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас