Аш-һыу Рецепты
15 Февраль 2022, 07:30

Пончиктар

Күпереп бешкән был ҡабартмалар өсөн 300 мл йылы һөт, берәр балғалаҡ ҡоро сүпрә, шәкәр, тоҙ, 2 аш ҡалағы майонез, 1-2 аш ҡалағы шыйыҡ май һәм он алабыҙ.

ПончиктарПончиктар
Пончиктар

Эш барышы

Сүпрәне әсетеп алабыҙ. Һөттө йылытып, бөтә ингредиенттарҙы ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Өҫтөн ҡаплап йылы урынға ҡабартырға ҡуябыҙ.

Әҙер ҡамырыбыҙҙы икегә бүләбеҙ ҙә, бик ҡалын итмәй генә йәйәбеҙ. Стакан менән ҡырҡып сығабыҙ ҙа, өҫтөн ҡаплап, ярты сәғәт самаһына ҡабартырға ҡалдырабыҙ. Унан ҡыҙған майҙа ҡыҙҙырып алабыҙ.

Ҡабартма менән сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас