Аш-һыу Рецепты
4 Март 2022, 07:42

Ҡош теле

Бешерелә ябай аҙыҡтарҙан, ә үҙе ҡалай тәмле, телеңде йотоп алырлыҡ. Ҡытырлап торһа ла, шунда уҡ ауыҙҙа эреп тора. Эш барышы, кәрәкле ингедиенттар сайтта килтерелгән.

Бешерелә ябай аҙыҡтарҙан, ә үҙе ҡалай тәмле, телеңде йотоп алырлыҡ. Ҡытырлап торһа ла, шунда уҡ ауыҙҙа эреп тора.

Ҡамыр өсөн:
-он - 2 стакан (350гр),
-аk май (эретелгән) - 10 аш kалағы(100гр),
-тоҙ - kалаk осонда,
-1 йомортkа,
-сода - kалаk осонда,
-hөт - 100 мл.

2 стакан он өҫтөнә сода, тоҙ, эретелгән аҡ май, йомортҡа, һөт һалып баҫабыҙ. Ҡамырҙы 30 минутҡа ял иттерәбеҙ. Ял иткәнсе ҡамыр, сироп эшләй торабыҙ.

Сироп өсөн:
-Һыу - 100 мл,
-шәкәр ҡомо - 1 стакан,
-бал - 2 аш kалағы,
-лимон кислотаhы - 0,5 бал kалағы.

Бөтәһен бергә ҡушып бутайбыҙ һәм яй ғына утта 10-12 минут ҡайнатабыҙ.

Ҡамырҙы йәйеп, шаҡмаҡтарға бүлеп, семәрләп урайбыҙ. Көнбағыш майында бешереп алабыҙ. Эҫе килеш сиропҡа манып алабыҙ ҙа матур итеп теҙәбеҙ.

Альбина Тимербаева.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас