Аш-һыу Рецепты
5 Март 2022, 07:45

Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!

Әйҙәгеҙ ялдарҙа яҡындарыбыҙҙы милли аштарыбыҙ менән һыйлап алайыҡ! Күптән ҡыҫтыбый бешермәгән булһағыҙ, сайтҡа йәтеш кенә рецепт һалдыҡ! Ҡулланығыҙ!

Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!
Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!

Ҡамыр өсөн:
Ярты стакан һыу, ярты стакан һөт, 3-4 аш ҡалағы шыйыҡ май (йәки иретелгән аҡ май), самалап тоҙ һәм кәрәгенсә он һалып ҡулға йәбешмәҫлек йомшаҡ ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырыбыҙҙы 15-20 минут тирәһе ял иттереп алабыҙ.

Артабан әҙер ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйеп ҡоро табала ике яҡлап бешереп алабыҙ.

Эслекте ҡап яртыһына һылап, урталай бөкләйбеҙ ҙә, иретелгән аҡ май менән майлап табынға бирәбеҙ.

Эслек:

1)аҡ майҙа ҡыҙҙырылған һуған ҡушылған иҙелгән картуф;

2)һөткә бешерелгән тары бутҡаһы.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас