Кәрәк:
Бауыр — 500 гр.,
Башлы һуған — 3 дана (ҙурҙан),
Кишер — 3 дана (ҙурҙан),
Һөт — ярты стакан,
Манный ярмаһы — ярты стакандан әҙерәк,
Сыр (ҡаты сорттары) — 70-100 гр.,
Майонез — 1 стакан,
Һарымһаҡ — 2-3 теш,
Ҡыҙҙырыу өсөн көнбәғыш майы, панировкалау өсөн сухари,
Ҡара онталған борос, тоҙ — тәменсә.
Эшләнеү барышы:
Бауырҙы ит турағыс аша үткәреп, ошонда уҡ һарымһаҡ, манный ярмаһын ҡушығыҙ һәм һөттө ҡойоп, тоҙ, боросто ҡушып, яҡшылап болғатығыҙ ҙа 1-2 сәғәткә ҡалдырғыҙ.
Кишерҙе эре ҡырғыста ҡырып, һуғанды ваҡлап турағыҙ ҙа, табала тәменсә тоҙ, әҙ генә май ҡушып ҡыҙҙырығыҙ. Форманы һары май менән майларға һәм панировкалау сухарийын һибергә.
Кишер һәм һуғандың яртыһын формаға һалырға, артабан бауырҙы һалырға, майонез һөртөргә, тағы ла ҡабатларға. Иң өҫтөнә сыр һибергә һәм алдан 180 градусҡаса ҡыҙҙырылған духовкала 40-50 минутта бешереп алырға.
Әҙер бауырҙы үҙегеҙ теләгәнсә биҙәргә була. Йылы килеш тә, һыуыҡ килеш тә бик тәмле. Бауырҙы үҙ аллы ризыҡ итеп тә, гарнир менән дә бирергә була. Гарнирға картуф, дөгө, туҡмас йәки йәшелсә салаты ла бара.