

Ҡамыр өсөн:
250 мл йылы һыу
1 балғалаҡ ҡоро сүпрә
1 аш ҡалағы шәкәр
1 балғалаҡ тоҙ
2 аш ҡалағы көнбағыш майы
400 г он
14-16 сосиска
Йылы һыуға сүпрәне, шәкәрҙе, ондоң бер өлөшөн (~150 г) ҡушып болғатырға ла, 10 минутҡа йылы урынға ҡуйып торорға.
Тоҙҙо, көнбағыш майын, ҡалған ондо ҡушып ҡамыр баҫырға. Өҫтөн ҡаплап, 1 сәғәткә йылы урынға ҡуйырға.
Әҙер ҡамырҙы тигеҙ өлөштәргә бүлеп, сосискаларҙы ҡамырға төрөп сығырға.
Сосискаларҙы сепрәк менән ҡаплап, 15 минутҡа ҡалҡытырға ҡуябыҙ. Аҙаҡ өҫтөн йомортҡаның һарыһы менән һыларға була.
⏱️180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 20-25 минут бешерергә (табала майҙа ғына ҡыҙҙырырға ла була).
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!